Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Октябрь 2022, 20:41

Атайлы бала - арҡалы

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың иң өлгөлө атайҙары “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнде. Уны республиканың Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Быйыл өсөнсө тапҡыр үткән бәйгегә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән 218 атайҙан ғариза ҡабул ителеп, шуларҙың 38-е еңеп сыҡҡан.

Атайлы бала - арҡалы
Атайлы бала - арҡалы

Финалға сыҡҡандарҙың һәр ҡайһыһы күкрәккә таға торған “Атай ҡаһарманлығы” билдәһен, “Асы” шифаханаһына ял көнө турына сертификаттар алды. Шулай уҡ, уларҙың 10-ына республиканың биш шифаханаһында ете көнгә шифахана-курорт хеҙмәттәренә өҫтәмә юлламалар бирелде.

Конкурс лауреаттарын Башҡортостандың “Ирҙәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина һәм башҡалар тәбрикләне.

Бүләкләнгән 38 атай араһында Иҙел башынан да лайыҡлы атайҙар бар. 

Маныштынан Нурулла Миһранов ғүмерен мәғариф системаһына биргән абруйлы аҡһаҡал. Билдәле райондашыбыҙ "Урал" гәзитенең генә түгел, башҡа республика баҫмаларының күптәнге дуҫы.   

Мәхмүт ауылынан Сәлим Асҡаров. Туғыҙ йыл мәктәп директоры булып эшләй, дөйөм педагогик стажы - 34 йыл. Уны уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла хөрмәт итә. Ҡатыны Гөлнур Рәүеф ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләй. Уларҙың өсәүһе – тәрбиәгә, береһе уллыҡҡа алынған. Һәр баланы бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерәләр, спорт менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итәләр, бергәләп туризм менән шөғөлләнәләр. 

Өсөнсө геройыбыҙ - Егәҙенән Рауил Ғилманов. Күп бала тәрбиәләгән ғаилә тураһында мәҡәлә гәзитебеҙҙә лә донъя күргәне инде. Ҡаилә башлығы урман хужалығында өлкән мастер булып эшләй. Егәҙе ауыл депутатын ауылдаштары ла ихтирам итә. 

Республиканың Йәмәғәт палатаһы әлеге награданы 2020 йылда булдырҙы. Ул – балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау, тергеҙеү, муниципаль берәмектең, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың ҡаҙаныштарын йәмәғәтселек тарафынан таныу билдәһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: