Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Ноябрь 2022, 17:45

Арыҫлан Шафиҡовҡа "Батырлыҡ ҡылған өсөн" миҙалы бирелә

3 ноябрҙә Федерация Советында экстремаль хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү үтә. Туғыҙынсыға үткән сарала Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов та ҡатнаша.

Арыҫлан Шафиҡовҡа "Батырлыҡ ҡылған өсөн" миҙалы бирелә
Арыҫлан Шафиҡовҡа "Батырлыҡ ҡылған өсөн" миҙалы бирелә

Быйыл март айында үҫмер урамда йөрөгәндә бер йортҡа терәлгән мунсаның янғанын абайлаған. Үҫмер янғын һүндереүселәрҙе саҡырған һәм көсәйгән утҡа ҡарамай, тәҙрә аша инеп хужаларҙы - инвалид иргә һәм уның ҡатынына тышҡа сығырға ярҙам икән. Киҫкен хәлдә юғалып ҡалмаған Арыҫлан Шафиҡов шулай итеп ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған.

Быйыл Федерация Советының "Батырлыҡ ҡылған өсөн" махсус миҙалдары менән Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән (шул иҫәптән ЛНР, ДНР һәм Запорожье өлкәләренән) балалар һәм үҫмерҙәр наградланасаҡ. Церемонияны тура эфирҙа 3 ноябрҙә сәғәт 12-лә Федерация Советының «Вместе-РФ» телеканалында һәм https://vk.com/sovfedinfo https://ok.ru/sovfedinfo социаль селтәр төркөмдәрендә ҡарарға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: