Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Ноябрь 2022, 16:56

Иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек индустрияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. 

Иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде
Иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Тиҫтә йылдан ашыу ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өлкәһендә эшләгән тракторсылар, агрономдар, малсылар, крәҫтиән хужалыҡтары етәкселәре наградалар менән билдәләнде. Дәүләт наградалары Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тапшырылды.

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы квалификациялы кадрҙар, ошо тармаҡҡа тоғро булған хеҙмәткәрҙәр ярҙамында ҡуйылған бурыстарҙы һәр ваҡыт теүәл үтәне һәм үҙ маҡсатына табан барҙы, тип билдәләнеләр тантанала.

«Рәсәйҙә агросәнәғәт комплексы лидерҙарының береһе булған республикабыҙ йылдан-йыл үҙ позицияларын нығыта, бында ла һеҙҙең өлөшөгөҙ бик ҙур, — тип мөрәжәғәт итте республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов. — Һис шикһеҙ, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ түҙемлек, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ, тыуған ергә һөйөү талап итә».

«Башинформ» агентлығы республика етәксеһе Радий Хәбировҡа һылтанып хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уңышы 1980 йылдарҙан тәүге тапҡыр 5 миллион тоннаға еткән.

Райондашыбыҙ крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Әҡсән Ғәфи улы Төхвәтуллин агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Ауыл хужалығы тармағында намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә Сермәндән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Лидия Әхмәҙулла ҡыҙы Мағазова лайыҡ булды.

Райондаштарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: