Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Ноябрь 2022, 15:57

Башҡортостан Башлығынан Рәхмәт хаты

Меценат Сергей Люлин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Башҡортостан Башлығынан Рәхмәт хаты
Башҡортостан Башлығынан Рәхмәт хаты

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Межгорьенан “Уралпромстрой”  компанияһының финанс директоры Сергей Люлиндың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шәхсән күрһәткән ярҙамын билдәләне.  Ул Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

-   Республика өсөн мөһим булған изге эштәре менән айырылып торған кешеләрҙе бында саҡырыу традицияға әйләнде. Сергей Анатольевич - ысын патриот. Махсус операцияның тәүге көндәренән үк бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, - тине Радий Фәрит улы. - Яугирҙарға ярҙам итеү бурысы ҡуйылыу менән, гуманитар конвой составында махсус хәрби операция зонаһына барып, УАЗ автомобилен тапшырҙы. Уны бушатҡандан һуң, Шайморатов исемендәге батальон позицияларына алып барҙы. Яугирҙар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, Сергей Анатольевич. Халыҡҡа үҙҙәренә генә алғы һыҙыҡҡа бармаҫҡа кәңәш итәм. Был бик хәүефле. 

 Радий Хәбиров алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрмәҫкә кәрәклеген белдерҙе. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса республика гуманитар ярҙамды алып барыуҙы ойошторасаҡ.

Сергей Люлин эшмәкәрлеген юғары баһалағаны өсөн республика Башлығына рәхмәтен белдерҙе. 

– Унда барыу - минең тормош позициям. Ҡурҡытылды, әлбиттә. Алып барып еткерҙек. Килеп сыҡты. Еңеү беҙҙеке буласаҡ, - тине Сергей Люлин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: