

Азат Салауат улы сығышы менән Балаҡатай районы Әбсәләм ауылынан. Нәжибә Мәүлит ҡыҙы һәм Салауат Хөрмәт улы Ғәлимовтарҙың татыу ғаиләһендә өс уландың иң олоһо. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетында юғары белем ала. Ошо уҡыу йорто диуарҙарында буласаҡ тормош иптәше - Сермән һылыуы Регинаны осрата.
- Һөйгәнем менән студент йылдарында уҡ ҡауыштыҡ. Әрме хеҙмәтенән һуң бер йыл Өфөлә эшләп алғас, кәләшемдең тыуған яғына ҡайтып төпләнергә ҡарар иттек. Әмәлгә ҡалғандай, ебәрелгән резюме арҡылы Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә хеҙмәткә саҡырыу алдым. Башта ике йыл Тимер юл ауылында участковый булһам, 2020 йылдан Сермән ауыл биләмәһендә ошо вазифаны атҡарам, - ти Азат Салауат улы һөнәр һайлау йәһәтенән һүҙ сыҡҡас.
Әлбиттә, полицияның участка вәкиле иңендә бихисап йөкләмә ята. Ул үҙенә беркетелгән административ участкалағы граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙән тыш, төрлө профилактик эштәр алып бара, йәмәғәт тәртибен һаҡлай, закон боҙоу осраҡтарын киҫәтә, административ һәм енәйәти хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлай, теге йәки был ваҡиға йәһәтенән граждандарҙан ғариза ҡабул итә. Шулай ҙа, үрҙә билдәләүемсә, уның төп бурысы - урындағы халыҡ менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу.
Азат Салауат улының Сермән һәм башҡа ауылдар халҡы алдында абруйы ҙур. Тырыш, сабыр, үтә яуаплы, игелекле, төрлө кимәл-дәрәжәләге кешеләр менән уртаҡ тел тапҡан белдекле полиция хеҙмәткәре бер генә мөрәжәғәт-үтенесте лә кире ҡаҡмай. Төнмө-көнмө, ул һәр саҡ ярҙамға әҙер.
- Был хеҙмәттә һин тәфтишсе лә, оперативник та, һиҙгер психолог та. Тәфтиш-оператив төркөм тик ауыр енәйәттәрҙе тикшерһә, ҡалған барлыҡ конфликтлы хәлдәр, хоҡуҡ боҙоуҙар участковый иңенә ята. Килеп тыуған мәсьәләнең айышына төшөнөү, ике яҡты үҙ-ара килештереү, мәлендә проблеманы хәл итеү зарур. Берәү менән ҡатыраҡ һөйләшәһең, икенсеһе менән сәй артында әңгәмәләшәһең, кемдеңдер эске кисерештәрен тыңлап, күҙ йәштәренә төйөләһең... Кешеләргә ярҙамың тейеп, уларҙың рәхмәтен тояһың икән, тимәк, һин үҙ бурысыңды тейешенсә атҡарғанһың, - ти әңгәмәсем.
Участковыйҙың эше, нигеҙҙә, хәүеф-хәтәр менән бәйле. Ығы-зығы, ҡораллы низағтар, эскелектән, психотроп тәьҫирле матдәләрҙән баш-күҙе тонған әҙәмдәр, кеше ғүмере өсөн хәүефле осраҡтар... Бының ише күңелһеҙ хәлдәргә, нисектер, өйрәнеп тә бөткән Азат. Һәр ваҡыт ысын ир-егеткә хас һалҡын ҡанлылығы, ҡыйыулығы, зирәклеге менән алдыра. Бер-ике йыл элек Аҙнағол ауылында бүрегә бәйле хәлде күптәрегеҙ, иҫләйҙер, моғайын...
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 45-се һанында уҡый алаһығыҙ.