Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Ноябрь 2022, 16:09

Һалдат әсәләре утын өсөн борсолмаҫ

Асылар өлөшләтә мобилизацияланған ауылдаштарының әсәйҙәренә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләне.

Һалдат әсәләре утын өсөн борсолмаҫ
Һалдат әсәләре утын өсөн борсолмаҫ

Асынан махсус хәрби операцияға ике ир-егет китте, ауылда уларҙың яңғыҙ әсәләре ҡалды. Газификация буйынса эштәр быйыл башланып ҡына тора, ауылдаштарҙың йорттары утын менән йылытыла.

Ауыл ирҙәре һәм ауыл хакимиәте хәрби операцияға юлланған ауылдаштарына ярҙам йөҙөнән урман хужалығынан диләнкәгә билет алып, бер нисә сәғәт эсендә ағасты йығып, түмәргә бысып, техникалары менән дүрт машина утынды килтереп тә ауҙарҙылар.  
Ошо көндәрҙә утынды ярып, өйөргә уйлайҙар. Һалдат әсәләренә хәҙер утын өсөн борсолмаҫҡа ла мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: