Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Ноябрь 2022, 15:46

Игорь Ҡорбановҡа - Суворов миҙалы

Доставалов исемендәге башҡорт батальонынан Игорь Ҡорбанов Рәсәй Президенты указына ярашлы Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Был хаҡта https://t.me/bashbat02 телеграм-каналында хәбәр иттеләр.

Игорь Ҡорбановҡа - Суворов миҙалы
Игорь Ҡорбановҡа - Суворов миҙалы

Идаралыҡ бүлексәһе командиры урынбаҫары, 6-сы ротаның наводчик-операторы, кесе сержант махсус операцияны башҡарғанда ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн дәүләт наградаһы менән билдәләнгән.

ТГ-каналда хәбәр итеүҙәренсә, был миҙал - Доставалов батальоны өсөн тәүгеһе. Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандан ефрейтор Алик Мердияновтың Суворов миҙалы менән наградланыуы тураһында яҙғайны.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: