-2 °С
Болотло
Яҙыусылар союзының XIX съезында ул күпселек тауыш менән етәксе итеп тәғәйенләнде.
Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы 1988 йылдың 27 октябрендә Абҙаҡ ауылында тыуған. 2014 йылдан - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, 2008 йылдан - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы.
2015 йылда «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2020 йылдың февраленән - «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире.