Полиция капитаны Айҙар Зәйнетдинов һәм лейтенант Альберт Әхмәтшин Өфө – Белорет юлында трасса буйында торған мәктәп автобусын күреп ҡалған. Салонда ете бала һәм бер тренер булған, улар милли көрәш буйынса ярышҡа юл тотҡан.
Водитель полиция хеҙмәткәрҙәренә транспорттың боҙолоуын һәм йүнәтә алмауын аңлатып биргән. Етмәһә, был ваҡытта көслө буран сыҡҡан.
Автоинспекторҙар йәһәт кенә яҡындағы Инйәр мәктәбе директорына шылтыратып, балаларҙы йылытып сығарыуҙы һораған. Үтеп барыусы автобусты туҡтатып, уҡыусыларҙы шунда алып барып ташлағандар.
Шул уҡ ваҡытта мәктәп автобусын йүнәтергә ярҙам иткән автомеханик та тапҡандар. Бынан һуң йәш көрәшселәр юлын дауам итә алған.