Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Ғинуар 2023, 10:28

Белоретта - “Студент десанты”

 Бер нисә йыл рәттән Рәсәй студенттары көнө алдынан Рәсәй Федерацияһының  Эске эштәр министрлығы студенттарға полиция хеҙмәткәрҙәре эше менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирә.

Белоретта - “Студент десанты”
Белоретта - “Студент десанты”

Быйыл Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегендә акция рамкаһында Башҡорт иҡтисади-юридик колледжы студенттары булып китте.

Иң тәүҙә “десантсылар” Белорет полицияһы музейы етәксеһе Александр Борисков менән осрашты. Ул бүлек тарихы, ғаилә династиялары, Эске эштәр министрлығы ветерандары, уҙған йылдарҙағы ҡыҙыҡлы енәйәттәр  тураһында һөйләне. Уның телмәре фотоматериалдар һәм экспонаттар менән оҙатылып барҙы.

Полиция бүлеге менән танышыу тамаша залында дауам итте. Бөгөн Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә стажировкаға килгән студенттар хоҡуҡ һаҡлау йүнәлеше һөнәре буйынса белем алалар. Уларҙың ҡайһы берҙәре полицейский булырға ҡарар иткән дә инде. Бүлектең состав менән эшләүсе эске хеҙмәт өлкән лейтенанты Вадим Әҙелмырҙин ҡунаҡтарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре эше менән, төрлө хеҙмәттәр һәм подразделениелар менән таныштырҙы. Егеттәр, нисек итеп хоҡуҡ һаҡлау органдарына хеҙмәткә  урынлашырға, эш нескәлектәре, социаль гарантиялар, колледждан һуң Эске эштәр министрлығы системаһы вуздарына уҡырға инеү тураһындағы күп кенә һорауҙарға тулы, ентекле яуаптар алды.

Егет һәм ҡыҙҙарҙы бигерәк тә полиция ҡарамағындағы махсус әйберҙәр, ҡулланмалар ҡыҙыҡһындырҙы. Йәштәр шулай уҡ бронежилет, каска, пистолет һәм ҡул бығауҙарын ентекләп ҡарап сыҡтылар. Ҡайһы берҙәре хатта полицейский экипировкаһын кейеп фотоға ла төштө.

Артабан инде студенттарға үҙ ишектәрен енәйәт эштәре буйынса криминалистар асты. Өс тиҫтә кешене ҙур булмаған эксперт-криминалистар бүлмәһенә һыйҙырыу мөмкин булмағанлыҡтан, студенттар менән осрашыуға бик ҡыҙыҡлы сумаҙаны менән полиция майоры Марсель Мәхмүтов килде. Ҡунаҡтарҙы эксперт-криминалистың  енәйәт асыуҙа төрлө экспертизалар үткәреүҙә ярҙам иткән  һөнәри комплект менән таныштырҙылар. Студенттар ваҡиғалар урынынан полицейскийҙарҙың кескәй генә эҙ һәм таптарҙан да   ҙур мәғлүмәткә эйә булыу мөмкинлеген күреп һоҡландылар.

Осрашыу һуңында Вадим Әҙелмырҙин буласаҡ юристарҙы етеп килгән Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы һәм уҡыуҙарында уңыштар теләне. Уларҙы оҙатып йөрөгән БИК филиалы директоры Ирина Станкевич  ҡыҙ һәм егеттәргә законды теүәл үтәгән, йәмғиәттең лайыҡлы һәм тәртипле граждандары булып ҡалырға тейешлектәрен иҫкәртте.

“Студент десанты” акцияһының төп маҡсаты - йәштәрҙе тәртип һағы һөнәре менән таныштырыу, эске эштәр органдары хеҙмәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу - тулыһынса аҡланды.

Гүзәл Дронова,

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: