Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Март 2023, 12:17

Камиллыҡҡа ынтылып йәшәй

Шығай ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Белоретта йәшәгән Фәнүзә Ишбулат ҡыҙы Ғәлинаны районда белмәгән кеше һирәктер. Мәктәптә эшләгәндә үк район, Башҡортостан күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа еңеүҙәр яулап, балаларҙы рухи яҡтан үҫтереп, камиллыҡҡа ынтылып йәшәргә өйрәтеп йөрөгән ханым хаҡлы ялда ла тыныс ҡына йәшәүҙе хуп күрмәй, үҙенә яңынан-яңы шөғөлдәр таба һәм һәр саҡ халыҡ араһында. Әле лә төрлө мәҙәни сараларға алып барыусы ла, ҡатнашыусы ла итеп саҡырып торалар. Йыр-моңға, бейеүгә, нәфис һүҙгә ғашиҡ ханымдың районыбыҙ ағинәйҙәренә һаҡалдар, ҡашмауҙар эшләп биреүен ишетеп, уның өйөнә юлландыҡ.

Камиллыҡҡа ынтылып йәшәй
Камиллыҡҡа ынтылып йәшәй

Ысынлап та, Фәнүзә Ишбулат ҡыҙының оҫта ҡуллы хужабикә булыуын иҙәндә, диванда, ултырғыстарҙағы йәйғор төҫөндә семәрләпэшләнгән балаҫ, япмалар һөйләп тора.

- Дүрт йыл инде буш ваҡыттарымда стилләштерелгән һаҡалдар эшләү менән мәшғүлмен. Ағинәйҙәр ойошмаһында йөрөгән туғандарымдың һорауы буйынса башлап ебәргән был ҡыҙыҡһыныуым минең хоббиға әйләнеп китте. Өләсәйҙәрҙән мираҫҡа ҡалған һаҡалдар бик ауыр, уны көндәлек тормошта тағып йөрөп тә булмай. Шуға ла мин бәләкәйерәк итеп, замансараҡ үҙгәртеп, ләкин боронғо элементтарҙы һаҡларға тырышып эшләйем, - ти әңгәмәсем үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында. – Хәҙер биҙәүестәргә, милли кейемгә иғтибар артты. Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы. Милли колорит менән төрлө сараларҙа кейә торған кулондарҙа эшләйем. Урамға тағып сыҡҡансаҡта хатта башҡа милләт кешеләрелә ҡыҙыҡһынып һорайҙар. Хатта ирегеттәр биҙәкле теүәтәйҙәр эшләргә тәҡдим иттеләр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, ир-егеттәребеҙ ҙә үҙебеҙҙең милли кейемдәрҙе кейһен, биҙәүестәребеҙҙе таҡһын, үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе киләсәк быуынға тапшырһаҡ ине,- тип тамамланы һүҙен һәр яҡлап та талантлы, даланлы, оҫта ҡуллы Фәнүзә Ишбулат ҡыҙы Ғәлина.

Уның кеүек рухлы, маҡсатлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барын да халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре лә, милли кейемдәрелә юғалмаҫ, яңынан-яңы һулыш,балҡыш алып йәшәр.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

Наил ШАКИРОВ фотоһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: