Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Март 2023, 11:37

Ир-егеттең ҡуйынында эйәрле-йүгәнле ат ятыр

Ай-һай, ҡуйынында эйәрле-йүгәнле ат ҡына түгел, йөрәгендә ут бит был Рысыҡай егете Рәсих Латыповтың. Ҡыйыу егеттең башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Ирәндек” хәйриә фонды үткәргән йәш ярымдан алып дүрт йәшкә тиклемге атты өйрәтеү буйынса үҙенсәлекле конкурсҡа ебәргән видеоһын ҡарап, башҡорт ир-егеттәренең ҡурҡыу белмәҫ, сос, ныҡышмал булыуына тағы ла бер ҡат инанаһың.

Ир-егеттең ҡуйынында эйәрле-йүгәнле ат ятыр
Ир-егеттең ҡуйынында эйәрле-йүгәнле ат ятыр

Халҡыбыҙҙың тарихы, ғөмүмән, йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ат – башҡорттоң тоғро дуҫы, терәге һәм таянысы, яуҙа - яуҙаш һәм юлдаш, хужалыҡта ярҙамсы. Малҡайҙың ярҙамсыһы, таянысы булып оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итһен өсөн, хужаһына ла тырышырға тура киләсәк. Уға йәш тайҙы ҡулға өйрәтеү өсөн дә  әллә күпме ауыҙлыҡларға, әллә күпме ат өҫтөнән тәкмәсләп төшөргә һәм һикереп тороп яңынан башларға кәрәк була әле. Кем кемде еңә! Хужаһы йә тайҙы йүгәнләй, йә ярты юлда ташлап ҡуя. Тик ат йәнле Рәсих кенә түгел. Әйткән һүҙ  - атҡан уҡ. Ниәт ҡылған икән эшләп ҡуя, етмәһә, ат йүгәнләгәнен төшөрөп, конкурсҡа ебәреп Урал аръяғы райондарынан ҡатнашҡан ат өйрәтеүселәр араһында гран-при яулауға ла өлгәшә.

Рәсих Латипов бәләкәйҙән ат ярата. Атаһы Рәхим Мөбәрәк улы ла (хәҙер мәрхүм инде) һәм өс ағаһы ла ат йәнлеләр. Рысыҡайҙа Латиповтар күпләп йылҡы ла тота.

“Ҡыштың ҡыҙығы ат өйрәтеүҙә бит. Быйылғы йылда ҡулға өйрәтелгән икенсе тайым. Быныһы бигерәк  тә үҙен ауыҙлыҡларға бирергә теләмәне. Барыбер йүгәнләнем, бер-беребеҙҙе аңлай башланыҡ. Атты һәйбәт итеп өйрәтеп, ул һинең хужаһы икәнлеген аңлағансы бер айлап ваҡыт үтә. Тағы ла малҡайҙың холҡона ҡарай. Йыуаштары, әлбиттә, тиҙерәк өйрәнә. Хужалары аттарын төрлөсә өйрәтә. Берәүҙәр санаға өйрәтһә, икенселәр һыбай ултыра, - ти ярайһы уҡ тәжрибә туплаған Рәсих Латипов.

Рысыҡай егете ат йүгәнләү оҫтаһы ғына түгел, ат сабыштарында, “Ауҙарыш”та ла ҡатнашып,  призлы урындар яулап өлгөргән. “Терра Башҡортостан” республика ат спорты ярыштарында, район һабантуйҙарында ла даими ҡатнашып тора Рәсих һәм уның тоғро дуҫы – ат.  

Башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Ирәндек” хәйриә фонды үткәргән конкурсҡа килгәндә иһә, бәйгегә 2 ғинуарҙа старт бирелеп, 23 февралгәсә дауам итте. Ә инде еңеүселәр 3 мартта Сибай ҡалаһында “Башҡорт аты” фестиваленә әҙерлек этабы сиктәрендә үткән кәңәшмәлә билдәләнде һәм бүләкләнде. “Тай-тулаҡ”та Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары ат һөйөүселәре көс һынашты һәм иң-иңдәре билдәләнде. Гран-при яулаған Рәсих Латиповҡа эйәр һәм йүгән тапшырылды.

Әйткәндәй, сослоҡ һәм етеҙлек, батырлыҡ  һәм тәүәккәллек талап иткән бәйгелә көслө заттар менән рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Өйрәтелмәгән ат һынлы атты йүгәнләргә йөрьәт иткән өс гүзәл зат беренсе урындарға лайыҡ булды. Араларында күп ярыштар, сабыштар еңеүсеһе, Олойылғанан Юлиана Ғәйфуллина ла бар.

Һуңғы йылдарҙа йылҡысылыҡты, атап әйткәндә, башҡорт тоҡомло атын, үҫтереү һәм һаҡлау буйынса күп эштәр атҡарыла. Борондан килгән ҡәсептәр тергеҙелә, йәштәр был йүнәлеште үҫтереү буйынса күп көс һала.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: