Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Март 2023, 12:16

Аҫыл таштай затлы, саҡматаштай ныҡ

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сая рухы, батырлығы үҙе бер данлы тарих. Иренең һүҙен һүҙ итер, өй тотор, бала бағыр ҡатын, мәле етһә, ил-йортоноң ҡалҡанына, ҡыйыу яугирына әүерелгән. Ырыуҙарҙы берләштергән, башҡорт менән ҡаҙаҡты дуҫлаштырған ил инәһе Бәндәбикә, милләте, дине өсөн тереләй утта яндырылған Киҫәкбикә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуҡ тиңлеге өсөн көрәшкән Рабиға Ҡушаевалар... Ошо бөйөк ҡатындарҙы ғына алғанда ла, күпме ғәйрәт, рухи көс, аҡыл вә тәүәккәллек! Заманалар үҙгәрһә лә, быуаттар артылып ҡандан ҡанға күскән ошо ҡеүәт бөгөнгөлә лә зарури. Халҡыбыҙҙың милли үҙаңынан, теленән бөлөр дәүерҙә йәнә ҡалҡан ғәййәр ҡатындар. Шундайҙарҙың береһе - Иҙел башының иң зыялы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, район-ҡала “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе - Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы СУФЬЯНОВА.

Аҫыл таштай затлы, саҡматаштай ныҡ
Аҫыл таштай затлы, саҡматаштай ныҡ

Абҙаҡ ауылында Ғәтифә һәм Әхмәҙулла Суфьяновтарҙың татыу ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән ул. Үҙен белер-белгәндән үтә яуаплы, эшһөйәр, тырыш ҡыҙ мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшеп, IX кластан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Ғилем эҫтәү менән янған, һәр сараның уртаһында ҡайнаған ауыл ҡыҙы бында ла һынатмай - уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.

- Бик көслө педагогтар заманына эләктек. Училище тамамлағандарҙы шунда уҡ уҡыу-уҡытыу эше мөдире, директор итеп тәғәйенләрҙәр ине. Ҡала мәктәптәрендә эш булмау сәбәпле, мине Инйәр яғындағы төпкөлгә - Ямашты ауылына ебәрҙеләр. Ике йыл ошо ауыл мәктәбендә завуч вазифаһын атҡарҙым, - ти хеҙмәт юлын башлаған осорҙо хәтерләп әңгәмәсем.

...Белоретҡа ҡайтып килгән ҡыҙ тиҙҙән Беҙәк-Әхмәр ауылына уҡытырға юллана. Гөрләп торған бәләкәй ауылда башланғыс кластарҙы уҡытыу менән бер рәттән, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире эшен алып бара. Ошо күңеленә яҡын ерҙә ғүмерлек мөхәббәтен - Хөрмәтен осрата ул. Бер-береһен оҡшатышҡан йәштәр оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуя.

- Үкенескә ҡаршы, Беҙәк-Әхмәрҙәге башҡорт мәктәбен ябып, беҙҙе ярты саҡрымдай ерҙә урынлашҡан Белорет совхозының ярҙамсы ауыл хужалығы мәктәбенә ҡушып ҡуйҙылар. Бында ла башланғыс кластарға белем бирҙем. Ҡыҙыбыҙ Резеда тыуып, быуыны нығынғас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Шул алты йыл эсендә Илүзәбеҙ ҙә тыуҙы. Мин сессияла саҡта тимер юлында мастер булып эшләгән тормош иптәшем ике бала бағып, донъя көтөп торор ине. Етмәһә, мал-тыуары ла бар... Шулай итеп, был яҡтарҙа тиҫтә йыл йәшәп ташланыҡ. Совхоз ғәжәп бай, Туҡан ауылы гөрләп торор ине, - тип уҙғандарҙы барлай хеҙмәт ветераны.

1979 йылда йәш ғаилә Белорет ҡалаһына күсә. Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы күптән түгел асылған 14-се гимназияға эшкә урынлашып, башланғыс кластарға белем бирә. Шул осорҙа ул Өфө ҡалаһында башҡорт теле буйынса ун көнлөк курстарҙа уҡып, ҡала мәктәптәрендә әсә телен уҡытыу, милли мәктәп асыу идеяһы менән янып, ҡанатланып ҡайта ла инде. Әммә был юлдың ни тиклем ҡатмарлы, ауыр булыуын күҙ алдына ла килтермәй.

- Иң элек, кәңәшләшер өсөн “Урал” гәзите мөхәррире Гүзәл Ситдиҡоваға мөрәжәғәт ҡылдым. Алдынғы ҡарашлы, рухлы етәксе минең теләкте шунда уҡ күтәреп алды. Ҡыҫҡа ғына арала Иҙел башы зыялылары - Мөхәррәм Сәлимов, Мансур Һиҙиәтов, Булат Яныбаев, Зилә Абзалова һәм башҡалар менән бер төркөмгә ойошоп, урыҫ мөхитендә башҡорт теле кластарын булдырыу, милли мәктәп асыу идеяһын алға һөрҙөк. Әле уйлайым да, хайран ҡалам, күпме көс, ваҡыт вә сабырлыҡ талап иткән был мөҡәддәс бурыс. Ниндәй генә ишектәр шаҡыманыҡ та кемдәргә генә мөрәжәғәт ҡылманыҡ! “Нимәгә ул башҡорт теле, рус телен белеү кәрәк!” - тигән етәкселәргә, аяҡ салып маташыусыларға тапҡыр яуабын табырға, аяҡ терәп үҙ фекеребеҙҙе яҡларға йөрьәт иттек. Бынан тыш, өй беренсә йөрөп, атай-әсәйҙәр менән дә етди һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, - ти тынғыһыҙ осор тураһында Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы.

Иң мөһиме, тырышлыҡ бушҡа булмай: тиҙҙән ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен факультатив дәрес рәүешендә уҡыта башлайҙар. Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙына ике белем усағы - 14-се, 17-се гимназиялар араһын байтаҡ тапарға тура килә. Юҡ-юҡ, артыҡ сәғәттәр, эш хаҡы өсөн түгел, идея өсөн янып, рухланып эшләй ул! Тора-бара 14-се мәктәптә башҡорт кластарын астырыу ҙа тап уның тәүәккәллек, ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһе.

1995 йылда ҡалала беренсе башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалына. Әлбиттә, нигеҙ һалына, тип ауыҙ тултырып әйтеү дөрөҫ тә түгел кеүек, сөнки милли мәктәп өсөн 5-се балалар баҡсаһының ни бары өс кабинеты ғына бүленә. Хәйер, ҡала ерлегендә уның ныҡлы “тамырланыуына” күптәр ышанып та етмәгәндер...

 

Мәҡәләне тулы килеш "Урал"дың 10-сы һанында уҡырға мөмкин. 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: