Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Март 2023, 11:24

Халҡыбыҙҙың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Халҡыбыҙҙың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!
Халҡыбыҙҙың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!

Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолдо. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән бәйге 2021 йылдан алып уҙғарыла. Ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Сараны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары бөйөк Мостай кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса сәхнәләштергән спектакленән өҙөк менән башлап ебәрҙе, Кендектең мажаралары, һәр ғаилә өсөн иң бәхетле мәл – бала тыуыу кеүек изге төшөнсәләр хаҡындағы тамаша сараға йән һәм йәм өҫтәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бәйгелә ҡатнашыусыларҙы видобәйләнеш аша тәбрикләне.
– Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо күркәм, оло мәғәнәле бәйгелә еңеүегеҙ менән ҡотлайым һәм балаларҙы тап ошондай рухлы, маҡсатлы башҡорт ғаиләләрендә халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, телен өйрәтеп үҫтергән, ошо рухи ҡиммәттәргә күңелдәрендә һөйөү тәрбиәләгән өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ғаилә – ул йылы усаҡ, яҡтылыҡ һәм берҙәмлек. Һәр берегеҙгә именлек, бәхет теләйем! Балаларыбыҙ иҫән-һау, тәүфиҡле шәхестәр булып үҫһен, милләтебеҙҙең киләсәгәге ышансылы ҡулдарҙа булһын!, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Жюри ағзалары лауреаттарҙы «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ижады» номинацияларында билдәләне. Проект финалында республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан ике тиҫтәгә яҡын ғаилә ҡатнашты. Конкурсанттарҙың эштәрен медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорма комитеты ағзаһы Тәнзилә Үлмәҫбаева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, Халыҡтар дуҫлығы йорто, министрлыҡтар вәкилдәре һәм башҡалар баһалаған.

Конкурс географияһы йылдан-йыл киңәйә. Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, унда башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә ҡатнашҡан. Конкурстың беренсе зона этабы онлайн уҙғарылған, ғаиләләр унда видеоролик форматында визит карточкаһын тәҡдим иткән. Видеороликтарҙа ғаиләләр үҙҙәренең ғаилә йолаларын һәм байрамдарын, кәсептәрен һәм мауығыуҙарын күрһәткән. Шулай уҡ роликтарҙа ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, күп балалы һәм сәләмәт ғаиләнең өҫтөнлөктәре сағылдырылған. Жюри ағзалары әйтеүенсә, яҡшыларҙан яҡшыларҙы һайлап алыу еңелдән булмаған.

Бәйгенең жюри рәйесе, медицина фәндәре докторы, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының жюри рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева сараның әһәмиәтен тағы берҙе билдәләп үтте:

– Бәйге бер нисә этапта үтә: муниципаль, зона һәм республика кимәлдәре бар. Конкурс күптән республика сиктәренән сығып, төбәк-ара сараға әүерелде. Мәҫәлән, быйыл Рәсәйҙең ун субъектынан 13 ғаилә ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләре документтарҙы бер аҙ һуңлабыраҡ тапшырҙы, өлгөрмәйерәк ҡалды, — тине ул. Ҡатнашыусыларҙы беҙ маҡсатлы, уңған, балаларын һәр яҡтан үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һалған, мәҙәниәтле, рухлы кешеләр итеп күрәбеҙ, уларҙы ошо талаптарға ярашлы һайлайбыҙ. Унан тыш туған телде, тарихты белеүҙәре мотлаҡ. Тамырыҙарын, ырыуын, нәҫел-нәсебен белеү генә түгел, хөрмәт иткән, ошо мәғлүмәтте быуындан-быуынға тапшыра килгән ғаиләләр, һис шикһеҙ, хөрмәт уята. Унан, бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаиләнең башҡаларға өлгө булырлыҡ дәрт-дарманлы , сағыу булыуы фарыз. Быйыл Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Асҡын райондарынан әүҙем ҡатнаштылар. Межгорье ҡалаһынан ғариза булыуға ла шатландыҡ. Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттарының район-ҡалаларҙа эшләп килгән бүлектәре әүҙемлегенән дә күп нәмә тора: башҡорт ғаиләләрен дәртләндереп, илһамландырып, ярҙам итеп торған әүҙем милләттәштәребеҙгә рәхмәт. Ә был бик мөһим, сөнки башҡорт халҡына ғөмүмән, баҫалҡылыҡ, иплелек хас, шуға күп кенә өлгөлө, бынамын тигән ғаиләләр ҙә конкурста ҡатнашырға йөрьәт итмәй. Бына ошо саҡта урындағы ҡоролтайҙар этәргес була ла.

Быйыл бәйгелә ҡатнашырға йөҙҙән ашыу ғаилә теләк белдерҙе, зона этабына 27 ғаилә сыҡты, улар араһынан тиҫтәнән ашыу ғаилә финалға үтте. Беҙ уларҙы төрлө номинацияларҙа баһаланыҡ, тәҡдим ителәгән видеояҙмаларҙы һоҡланып та, ғорурланып та ҡараныҡ, шул уҡ ваҡытта, бәғзе ғаиләләрҙең фәһем алырлыҡ тәжрибәләрен барлыҡ Башҡортостанға таратырға ине, тигән уй-ниәт тә килде. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, Башҡортостандың киләсәге ныҡ буласаҡ, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова быйыл ҡалала Етегән байрамын һигеҙенсе тапҡыр (2016 йылдан) уҙғарабыҙ, тип белдерҙе.

Һәр еңеүсегә аҡсалата приздар, махсус бүләктәр ҡаралған. Шулай итеп, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында гран-приҙы Стәрлебаш районынан Тойғоновтар яуланы. “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынға Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар сыҡты, икенселә – Өфөнән Вәлиевтар, өсөнсөлә – Сибайҙан Байғужиндар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында еңеүселәр түбәндәгеләр: I урында – Асҡын районынан Ғайсиндар; II урында – Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар, III урында – Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндар. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында иһә алдынғылыҡты Нефтекама ҡалаһынан Ғилемхановтар бирмәне, икеселә һәм өсөнсөлө – Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар һәм Ғафури районынан Күскилдиндар. Махсус номинацияларҙа айырым бүләктәр менән шулай уҡ бер нисә ғаилә билдәләнде. Мәҫәлән, “Һәләтле ғаилә” тип Сибайҙан Ғәйетбаевтар, “Мираҫлы ғаилә” тип Стәрлетамаҡтан Мансуровтар, “Рухлы ғаилә” тип Татарсан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәйевтар билдәләнде. Шулай уҡ, “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Иглин районынан Нуреевтарға махсус приз тапшырылды.

Ҡайһы бер миҫалдарға туҡтап китәйек. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында III урын алған Хәйруллиндар ғаиләһе – Межгорье ҡалаһынан. Аҡһаҡалдар ҡоро әүҙемселәре Хәйруллиндар күптән түгел ҡыҙыл яҡут туйын билдәләгән. Мәүлит Салауат улы –төҙөлөш ойошмаһында киң профилле механизатор булып 40 йылдан ашыу эшләгән, бөгөн хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе ҡул ҡаушырып ултырмай, ағасты һырлап матур әйберҙәр яһай – һандыҡ, ҡумталар, сувенирҙар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары эшләй. Сәнғәт әҫәрҙәренә тиң мөғжизәләр тыуҙыра уның ҡулдары! Рәмилә Мөхәмәҙи ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, 45 йыл балаларҙы уҡыта, йәш быуынды тәрбиәләй. Уларҙың балалары Венера һәм Рөстәм үҙаллы ғаилә ҡорғандар, ейәндәр үҫәләр. Хәйруллиндарҙың дөйөм педагогик стажы – 150 йылдан ашыу. Хәйруллиндар башҡорт йолаларын тергеҙеүгә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, спорт менән дә дуҫ улар.

“Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынды Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар ғаиләһе яуланы. Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итеүсе Ғимаҙиевтар “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” тигән ғәмәлгә инанып, артабан да халҡыбыҙҙың рухи байлыҡтарын һаҡлап, киләһе быуынға тапшырыу маҡсаты менән йәшәй. Илфат Радик улы – Яңы Ноғай ауыл мәҙәниәт йортонда хореограф-балетмейстер, Нәҙилә Рәиф ҡыҙы – Нефтекама дәүләт филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле солисткаһы. Ҡыҙҙары Гүзәл, улдары Вәғиз дә – ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ата-әсәһенең юлын дауам итеп, сәнғәт йәнле булып үҫә.

“Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында ла нефтекамалар еңде: беренсе урыны Ғилемхановтар ғаиләһе яуланы. Ринат Мөхәмәтхәниф улы һәм Гөлнара Рәшит ҡыҙы тыуған ерен ҡәҙерләгән ғаилә. Улар атайсалдары өсөн изге эштәр башҡара –Юрмиязбаш ауылында шишмәне таҙарта, һуғыш балалары, тыл эшселәре һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлеген мәңгеләштереп, һәйкәл ҡуя. Өлкән ҡыҙҙары Оксана үҙаллы тормошта, ике ҡыҙ үҫтерә; уртансы балалары Әлиә медицина академияһында белем ала, улдары Вәғиз – мәктәп уҡыусыһы. Улар халҡыбыҙҙың тарихын ихтирам итәләр. Ғаиләнең байлығы, тиңһеҙ ҡомартҡыһы – француз яулығы, уға 210 йыл.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” асыҡ республика конкурсында гран- при яулаусы Тойғоновтар ғаиләһе менән дә таныштырайыҡ. Ғаилә башлығы Урал Мансур улы “Салауатгаз” ойошмаһының Стәрлебаш бүлегендә диспетчер булып эшләй. Әлфиә Риф ҡыҙы - Стәрлебаш районы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, райондың бөтә сараларының уртаһында ҡайнай. Урал Мансур улы күңеле менән йыр-моң һөйә, ул - ир-егеттәр ансамбле солисы, маһир йырсы ла. Тойғоновтар Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй, улар сәнғәткә ғашиҡ ғаилә - хатта “Тойғон” исемле ғаилә ансамблдәре лә бар. Был татыу, ижади, йырлы-моңло ғаиләлә Тимур, Таһир һәм Дамир исемле өс малай үҫә. Сәнғәт менән спорт – уларҙың яратҡан шөғөлдәре. Төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулайҙар, бер бәйгелә лә һынатмайҙар. Әлбиттә, бер яҙмала барлыҡ ғаиләләрҙе һанап-һүрәтләп бөтөп булмай. Беҙҙең ошо урында номинацияла биләгән урынына ҡарамайынса, төрлө ғаиләләрҙе һүрәтләп сығыуыбыҙ ҙа осраҡлы түгел, сөнки кемде генә алма, улар лайыҡлы тормош юлы үткән, тәүфиҡле һәм даланлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләгән милләттәштәребеҙ, дан башҡорт ғаиләләре. Уларҙың һәр береһе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: