Ошо көндәрҙә имам-хатип Илдар Мәшүров тәҡдиме менән яугирҙарыбыҙҙы иман йортона саҡырып алдыҡ. Егеттәргә арнап аяттар уҡылды, һаулыҡ, оҙон ғүмер, илгә тыныслыҡ теләнек. Ауыл ағинәйе Хәлимә апай Хызырова буш ҡул менән килмәгән, ул да теләктәрен теләп, ауылдаштарына әҙерләгән күстәнәстәрен, бүләктәрҽн тапшырҙы. Һуңынан ауыл ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ауыл хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре, яугирҙарҙың әсәләре һәм"Хазина" фольклор ансамбле ағзалары эҙерләгән тәм-том менән сәй эсте.
Ауыл хәкимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев тә балаларҙың имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Барлыҡ ауыл халҡы исеменән мин дә егеттәргә именлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ауыр хеҙмәтегеҙҙә еңеллек теләйбеҙ.
Әнисә ҒӘЗИЗОВА.
Абҙаҡ.