Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының теркәү-имтихан тапшырыу бүлеге дәүләт инспекторы, полиция капитаны Сермән ауылында тыуып үҫә, туған мәктәбен тамамлаған.
1989 йылда хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, “Сельхозхимия”ға водитель булып эшкә урынлаша. 2002 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының механиктар әҙерләү бүлеген тамамлай. Уға техникумда ситтән тороп уҡырға тура килә, сөнки Рауил Хәмзә улы 1993 йылда участковый ярҙамсыһы булып эшкә төшә. ЮХХДИ-ға эшкә урынлашырға теләһә лә, унда урын булмай сыға. Участковый ярҙамсыһы булыу ҙа күңеленә ятмай. Мөмкинлек сығыу менән енәйәтте тикшереү бүлексәһенә водитель булып күсә. Бүлектә өс йыл эшләгәндән һуң, ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәтенә инспектор булып инә. Эш тә күңелгә ятҡандай кеүек тойола.
- Айырыуса йылылыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәре менән взвод командиры Андрей Анатольевич Каретниковты иҫкә алам. Ҡулы аҫтында эшләгәндәргә кешеләрсә, яҡшы мөнәсәбәттә булды. Шулай уҡ хеҙмәттәшем Айбулат Сәхәүетдинов менән дә тик йылы тәьҫораттар ғына бәйле. Уның тураһында һөйләгәндә ҡыҙыҡлы осраҡ иҫкә төшә. Бүздәк районында 7 автомобилдән торған колоннаны туҡтаттыҡ. Водителдәрҙең һәр береһе иҫерек булып сыҡты. Беҙҙең районға юл төҙөлөшөнә китеп барған төркөм икән. Айбулат менән водителдәргә материал тултырҙыҡ. Һуңғараҡ “Һә” тигәнсе эшләп ҡуйҙыҡ кеүек тойолдо.
2002 йылда теркәү-имтихан тапшырыу бүлегенә дәүләт инспекторы итеп тәғәйенләнеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, унда күсеү ауыр бирелде. Яңы өлкә эшмәкәрлегенә өйрәнеп алғансы бер йыллап ваҡыт үтеп китте. Фәим Вәлиевкә рәхмәтлемен. Мәғлүмәтле, компетентлы хеҙмәткәргә иң ҡатмарлы һәм ауыр һорауҙар менән мөрәжәт итеп була ине. Унан тәжрибә тупланым, - ти Рауил Хәмзә улы эше һәм хеҙмәттәштәре тураһында.
Эшендә коллегаларына рәхмәтле булһа, һәр башланғысында уны ҡеүәтләп, ярҙам итеп тороусы ныҡлы тылы - тормош иптәше бар. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән, яуаплы эшенән арынырға яратҡан шөғөлө ярҙам итә. Рауил Әхмәтов техниканы һәм уға ҡағылышлыларының барыһын да ярата. Хатта уның үҙе йыйған бер нисә конструкцияһы ла бар. Оҫтаның хужалығында бындай техника ярҙамға килә лә инде. Шулай уҡ туғыҙ йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнеү уға йән тыныслығы бирә. Дуҫы кәңәше буйынса бер умартанан ғына башлап ебәрһә, хәҙер 15-кә еткән.
- Күп йылдар дауамында кәңәшсем, ярҙамсым булған ЮХХДИ коллективына рәхмәтлемен. Белемле, аңлап торған етәксе булмағанда берҙәм, дуҫ коллективты туплап та булмай. Хеҙмәт юлымда нәҡ шундай етәкселәр менән эшләргә тура килде. Наил Төхвәтуллин, Дим Ниәметдинов, Владислав Әғлиуллин, Рөстәм Таиповҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. ЮХХДИ коллективын яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем, - тине ул хеҙмәттәштәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап.
Ирина ПОДШИВАЛОВА,
ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандау буйынса инспектор.