Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Сентябрь 2023, 21:01

Урман уңғанды ярата

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.

Урман уңғанды ярата
Урман уңғанды ярата

Салауат Ғайсин - республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге "Башҡортостандың һоҡланғыс кешеләре тормошо" рубрикаһы геройы. Ул “Инйәр урман хужалығы” дәүләт автономлы учреждениеһы директоры урынбаҫары. Атаһы Мөхәмәт Һәҙиәт улы кеүек үк ул да ғүмерен урманға бағышлаған. Ғаиләнең дөйөм хеҙмәт стажы - туғыҙ тиҫтә йыл.

Салауат Ғайсин Собханғол ауылында Архангел урман сәнәғәте хужалығының урман ҡырҡыусыһы ғаиләһендә тыуа. 1964 йылда урман пункты ябылыу сәбәпле, эшһеҙ ҡалыусылар, кемдәрҙер яңы урман пункты асылған Исҡуштыға, икенселәре Ноҡат ауылына күсеп китергә мәжбүр була. Фәниә һәм Мөхәмәт Ғайсиндар ғаиләһе менән Ноҡат ауылында төпләнә.

Мәҡәләбеҙ геройы 1967 йылда уҡырға төшә һәм башланғыс класты Ноҡат ауылында тамамлап, артабан уҡыуын Арышпар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. Урта белемде Инйәр мәктәбендә алғандан һуң, Өфө урман техник техникумының урман хужалығы бүлексәһенә документтарын тапшыра. Ситтән тороп уҡыуҙан тыш, Инйәр урмансылығында автомашиналарҙы ремонтлау буйынса слесарь булып та эшләй. 1981-1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, урман хужалығы белгесе булараҡ, Инйәр лесхозына урман культуралары мастеры булып эшкә инә. Быйыл белгестең туған урман хужалығында эшләүенә лә 40 йыл. Дүрт тиҫтә йыл дауамында Салауат Мөхәмәт улы урман мастеры, лесничий ярҙамсыһы, Инйәр лесничествоһы лесничийы, урманды тергеҙеү буйынса инженер вазифаларын лайыҡлы башҡара. Һуңғы биш йылда Инйәр урман хужалығы директоры урынбаҫары. Дөйөм хеҙмәт стажы 45 йыл тәшкил итә.

Ул етәкселек иткән хеҙмәт осоронда 1500 гектар майҙанда ағастар ултыртылған һәм күҙәтеүгә алынған. Уның ҡатнашлығында урман хужалығында йылына 700 меңгә тиклем ҡарағай, шыршы, ҡарағас үҫентеләре үҫтерелгән теплица сафҡа индерелә. Ветеран бөгөн дә сафта. Ул орлоҡ әҙерләү, урман культураларын ултыртыу барышын, урманды тәрбиәләү эшен контролдә тота. Һәм, әлбиттә, күп йылдар дауамында туплаған бай тәжрибәһен йәш белгестәргә тапшыра.

Салауат Мөхәмәт улы тыуған районының урман хужалығы өсөн күп эштәр башҡарған. Шуға ла уның хеҙмәте юғары баһаланып, төрлө кимәлдәге наградалар менән билдәләнгән. Урмансы Башҡортостан Республикаһының һәм Хөкүмәтенең, Урман хужалығы министрлығының, Урман хужалығы федераль агентлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. 2021 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ була.

Бөгөн Башҡортостандың урман хужалығы системаһында һигеҙ мең кеше эшләй. Салауат Мөхәмәт улы кеүек әле лә хеҙмәт юлын лайыҡлы үткән тырыш хеҙмәткәрҙәрен һәм Мөхәмәт Һәҙиәт улыкеүек ғүмеренең дүрт тиҫтәнән ашыу йылын урмантармағын үҫтереүгә биргән хөрмәтле ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

Гөлназ ЙӘҒӘФӘРОВА.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: