Залда Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре – премия буйынса комиссия ағзалары, уларҙың остаздары йыйылды. Тантананы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин асты.
- Беҙҙең әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге премия дәүләттең йәш таланттарҙың уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын таныуын сағылдыра. Был иһә йәштәрҙең ижади башланғыстарына ярҙам итеү өсөн яҡшы ысул. Бер үк ваҡытта премия мәҙәни-рухи өлкәбеҙҙең дөйөм торошон сағылдыра, йәштәр ижадының яңы сиктәрен асырға булыша. Республикабыҙҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектураның ҡеүәте ҙур икәнлегенә йылдан-йыл нығыраҡ инанабыҙ. Йәштәр ижадында сағыу әҫәрҙәр, ҡыйыу ҡарарҙар, авторлыҡ проекттары тыуа. Уларҙың күбеһе республиканың визит карточкаһына әүерелә, - тип билдәләне Максим Забелин.
Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ булған лауреаттар:
Кристина Андрианова — «Триста сарматов», «Пятьдесят пять историй одного толмача» шиғри йыйынтыҡтары һәм нәфис тәржемәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн;
Лиана Мкртчян, Резеда Таһирова — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Минең Ватаным — минең ерем» ижади проекты өсөн;
Илнур Хәйруллин — башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалағаны һәм милли уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштырғаны өсөн.
Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге премия 30 йылға яҡын тапшырыла. Ошо йылдар эсендә 94 кеше премияға лайыҡ булған. Улар иҫәбендә – талантлы шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, режиссерҙар, артистар, архитекторҙар. Күптәре республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Улар араһында балерина Гүзәл Сөләймәнова, кинорежиссерҙар Булат Йосопов, Айнур Асҡаров, композитор Урал Иҙелбаев, пианистка, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, «Арғымаҡ» төркөмө, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡалар бар.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-10/v-ufe-nagradili-laureatov-molodezhnoy-premii-imeni-shayhzady-babicha-3472668