“Изгелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре Сәкинә СӘҒӘҘӘТОВАны Егәҙе ауылы халҡы айырата ихтирам итә. 16 йыл дауамында ярҙамға мохтаж олпат йәштәге ауылдаштары тураһында хәстәрлек күргән оло йөрәкле ханым уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн үҙ кешегә әйләнгән.
Үҙе лә Егәҙе ҡыҙы ул. Бәлки, шуғалыр ҙа ҡарт-ҡороноң аһ-зарын, хәсрәтен күңеленә яҡын ала, уларға ярҙам итеүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы һанай.
- Минең хеҙмәтләндереү зонаһында 20 кеше иҫәпләнә. Йорт-ҡураны тәртиптә тотоу, һыу ташыу, утын индереү, сүп-сар түгеү, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ише йөкләмәләр иңемдә. Шулай ҙа, эшебеҙҙә иң мөһиме - ололарға ҡарата иғтибар һәм яҡшы мөнәсәбәт. Һәр ҡайһыһын диҡҡәт менән тыңлау, уларҙы аңлау зарур. Хәйер, тап ошо хеҙмәтем арҡылы кеше ғүмеренең, йәшәйештең асылына төшөндөм, ысын ҡиммәттәрҙе баһаларға, уларҙың ҡәҙерен белергә өйрәндем, - ти Сәкинә Михаил ҡыҙы.
Үҙен сабый ише мөлдөрәп көтөп торған әбей-бабайҙарын ихлас ярата, ихтирам итә ул. Һәр ҡайһыһының холоҡ-фиғеленә лә өйрәнеп бөткән. Үлем сәғәте һуғып, баҡыйлыҡҡа күскәндәре хаҡында ла әҙ өҙгөләнмәй. Уларҙың ситкә таралған балалары менән дә, ҡан-ҡәрҙәштәй булып, һаман аралашып тора.
Еңел булмаған эшендә ғаиләһе иң ҙур таяныс Сәкинә ханымдың. Хәләле Илгиз Хәкимйән улы менән матур ғаилә булып йәшәүҙәренә быйыл 35 йыл икән. Сәғәҙәтовтар өс балаға өлгөлө тәрбиә, белем биргән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ “Металлург” кинотеатрында эшләһә, Айһылыуҙары тормош иптәше менән Межгорье ҡалаһында донъя ҡорған, әле улы менән декрет ялында. Кинйәләре Ильяс Өфө фән һәм технологиялар университетында III курста уҡып йөрөй.
- Ирем оҙаҡ йылдар Егәҙе ауыл мәҙәниәт йортона етәкселек итә. Эше ни тиклем генә тығыҙ, тынғыһыҙ булмаһын, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Машина менән һыу ташыһынмы, физик көс талап ителгән эштәрҙе атҡарышһынмы - рәхмәтем ҙур уға. Шулай уҡ форсаттан файҙаланып, барлыҡ хеҙмәттәштәремде, һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән “Изгелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Эльвира Рәвил ҡыҙы Ғайсинаны, 2-се һанлы социаль ярҙам бүлеге мөдире Әлиә Хәкимйән ҡыҙы Гәрәеваны һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ихлас ҡотлайым, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем! - тип изге теләктәрен еткерҙе Сәкинә Михаил ҡыҙы.
Эйе, яҡшы ғәмәлдәрегеҙ, игелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, изге һөнәр эйәләре!