Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Июль , 17:22

Һөнәре буйынса иң яҡшы

Белорет идара итеү компанияһының "Йорт хужалығы"  урам һепереүсеһе Юлай  Шәмсетдинов "Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәре буйынса иң яҡшы" республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында II урынды яуланы.

Һөнәре буйынса иң яҡшы
Һөнәре буйынса иң яҡшы

Конкурс Мәләүездә слесарь-сантехник, ҡаҙанлыҡ ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь, электрик, иретеп йәбештереүсе, урам һепереүсе, тракторсы номинациялары буйынса үтте.

Республиканан барлығы 149 конкурсант ҡатнашып, теоретик һәм практик белемдәрен тикшерҙе. Юлай Закирйән улы ныҡ тулҡынланһа ла, 10 йыл урам һепереүсе булып эшләү тәжрибәһе уны еңеп сығырға ярҙам итә. Шулай ҙа ҡайһы бер талаптарҙы һәм инструкцияларҙы ҡабатларға тура килә.

- Дөрөҫөн әйткәндә, егерме кеше араһында призлы урын алырмын тип уйламағайным, - ти эшсе. - Конкурс комиссияһы ғәҙел баһаланы, технологияны һәм эш сифатын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, заданиеларҙы үтәү ваҡытын контролдә тотто.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: