- Был Мостафаға йоҡо моң түгел, ә. Ҡай ике арала йоҡлай ҙа, ҡай арала тора? Беҙҙең малайҙар юрған аҫтында торорға мыҙылғанда, был ҡәһәрмән ауылды урап сыға, - тип һөйләнә-һөйләнә малайға "төш" тип ҡул иҙәүе булды, тегеһе сәрелдәк тауышы менән оторо һөрән һалырға тотона.
Тәҙрә өлгөһөндә һаман да үҙенә тәғәйен кеше күренмәгәс, торған еренән һикереп төшә лә, ҡапҡаға йүнәлә. Унан тыпылдап өйгә килеп инә. Инеү элгәре зәһеү тауышы менән ҡысҡырып ебәрә: "Риф, әйҙә кейен дә, һыҙҙыҡ тегендә. Малайҙар йыйналышып бөттө. "Ыркавер" уйнайбыҙ. Минең командаға бер кеше тулмай”.
Мостафаның әсе тауышына теҙелешеп йоҡлап ятҡан балалар бер төптән һикерешеп торалар. Йоҡонан мәлһеҙ уятҡан малайға йәне көйгән Рафиҡ, "Мостафа, хәҙер кәккеләйем”, - тиеүгә малайҙан елдәр иҫә.
Мостафа артынан көпөһөн арлы-бирле эләктереп, Риф тышҡа ашыға. "Тамағында ла эше юҡ был баланың. Кендеге әллә сеймәлгән был Мостафаға? Айҙаналар ҙа "ыркавер" тиҙәр. Һуғыш уйыны һәйвәт микән ни?” - Әсәһенең әре ишеккә ҡыҫылып ҡала, Риф ҡапҡа төбөндә үҙен тәҡәтһеҙ көтөп торған Мостафа дуҫы эргәһенә һыҙа.
Ауыл малайҙарының иң яратып уйнаған уйыны "Ыркавер". Дөрөҫөрәге"Руки вверх". Атай-олатайҙың һуғышта булғанлығын эләкләп уйнай малайҙар. Ике командаға бүленеп, бер-береһен эҙәрлекләйҙәр. Йә пленға алалар, йә бейеклек өсөн ҡыҙыу "алыш" була. Бер-береһен баҫтырышҡанда малайҙарҙың инмәгән кәртә-ҡураһы ҡалмай. Шул арҡала кемдеңдер һарыҡтары сығып ҡаса, бәғзеләренең ялан кәртәлә торған аты өркөп, биленләп тулап китә.
Урамда суҡраҡтар башланғас ҡына "һуғыш" баҫыла. Унан урам буйлап һуҙылып аҡҡан йырғанаҡты "морпех"тар баҫып ала. Ниндәй генә ҡағыҙ караптар аҡмай унан...
Йылдар тауына үрмәләгән һайын бала сағының иң матур мәлдәрен йышыраҡ иҫенә төшөрә Риф ағай. Унан аяҡ-ҡулдарының яҙғы ел-һыуға "көсөкләгәндә" әсәһенең тасылдатып ҡаҙ майын һөртөүе күҙ алдына килә. Онотолған кеүек тойолған хәтирәләрҙе һүтеү генә кәрәк икән. Яйлап, бөгөн генә уҙған һымаҡ, шатландырып, берсә моңһоуландырып, күңел сөңгөлдәренән һурылып сығып тик тора икән дәбаһа.
Бер аҙ бауыры ҡалҡҡас, ауылда клуб мөдире булып эшләгән атаһы уны концерттарға ҡатнаштыра башлай. Беренсе тапҡыр гастролгә сыҡҡанын бөгөнгөләй хәтерләй Риф Фәтих улы. Бер төркөм үҙешмәкәр артистар ҡыш көнө асыҡ "бартауай" машинаға тейәлеп, мәҙәниәт бүлеге начальнигы алдында инструменталь ансамбль менән сығыш яһайҙар. Ҡышҡы ҡала өҫтөнә скрипканың сихри ауазына ҡушылған мандолина, ҡумыҙ, гармун тауыштары илаһи бер мөҙҙәтте барлыҡҡа килтерә. Ошо сихри моң аһәңенә бәләкәс Рифтең ҡурайы ҡушыла. Әйтеп аңлатҡыһыҙ халәт менән малайҙың кескәй йөрәгендә ниндәйҙер елкенеү ярала ошо көндә. Башын сайҡай-сайҡай тыңлаған мәҙәниәт бүлеге начальнигының һоҡланыулы ҡараштарын да онотмай ул. Ошо ваҡиғанан һуң һәр кис һайын атаһына эйәреп клубҡа йөрөүҙе шөғөл итеп ала малай. Ауылдаштарының скрипка уйнауын, мандолинала сиртеүен, гармун-баяндарҙа һыҙырып уйнауын һушы китеп тыңлай.
Сәнғәт тигән илаһи донъяға аяҡ баҫтырған атаһы булмышы менән мәҙәни кеше булараҡ, тап Риф улында буласаҡ бейеүсене күргәндер, бәлки. Шулай булмаһа, ныҡыш малайын ҡурай-гармунында өйрәтер инеме ни? Аң-белемгә ынтылыш ғәләмәт көслө була Ғәбитовтар ғаиләһендә. Ул мәлдәрҙә юғары белем алыуға бигүк ынтылмаған йәштәр тракторист кеүек ауыл хужалығына кәрәкле һөнәрҙе үҙләштереүҙе хуп күрҙе. Мышы ауылында тәүгеләрҙән булып юғары белем эстәгән Фәрит ағаһы өсөн һәләк ғорурлана Риф ағай. "Беҙ өлкән ағайым Фәрит өлгөһөнә эйәреп, юғары белем алырға ынтылдыҡ. Ғаиләләге дүрт улдың береһе Рафиҡ та юғары белемле хәрби летчик ине. Уның хатта космонавт булыу теләге ғәйәт көслө булды. Сәләмәтлеге арҡылы үтә алманы. Шулай ҙа барыбер летчик булыуға иреште. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды. Полк командиры дәрәжәһендә, утыҙ йәшендә генә, Мурманск ҡалаһында томанлы көндә хәрби осош уҙғарғанда, самолеты һәләкәткә осрай...”
Туғандарының һәр ҡайһыһын йылы итеп телгә ала Риф ағай. Ғүмер буйы Төмән өлкәһендә йәшәп, хәҙер Мышыға ҡайтып төпләнгән Фәрхәнә, ауылда ҡалған Зөһрә, Әзекәйҙә йәшәгән Фәриҙә апайҙарын, Төмәндә төпләнгән Земфира ҡәрендәшен һөйләгәндә, тауышында һағыныу хистәрен тойомлайһың. Атай нигеҙен һыуытмай, гөрләтеп донъя көткән Кинйәбулат ҡустыһы тураһында айырата ғорурланып һөйләй ул. Ҡустыһының донъяһынан да атай-әсәй йортоноң ипкене бөркөлгәндәй. Хәйер, сәнғәт, ижад кешеһенә тәпәй баҫҡан тыуған еренән ыңғай энергия алыу мотлаҡ. Шуғалыр ҙа, бәлки, улар тап тыуған ерҙән тамыр өҙөүҙе хыянатҡа тиңләйҙер. Ә хыянаттың ҡайһыһын алһаң да, юғалтыуға килтерә. Риф Фәтих улы был хәҡиҡәтте инҡар итмәй. Мөмкинлек тыуған һайын үҙ яғына ашҡына.
- Тыуған яғым тәбиғәте дәрт-илһам уятһа, атайымдың сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүе, ныҡышмал, эшһөйәр итеп үҫтереүе мине бөгөнгө Риф иткәндер, бәлки, - ти ул.
Шулайҙыр. Шулай булмаһа, бөгөн ул Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм башҡа шөһрәтле исемдәргә лайыҡ булыр инеме ни?
Риф Фәтих улының тәүге бейеүе "Көтөүсе моңо"була. Был бейеү тиҙ арала киң танылыу ала. Ҡурай менән бейеүҙе бергә ҡушыу, көтөүсе егеттең сыбыртҡыһы ярҙамында төрлө алымдар күрһәтеү һөҙөмтәһендә бейеү шул ҡәҙәр йәнле образ тыуҙыра. Ошо бейеүе иһә Риф ағайға ҙур уңыштар килтерә. Уның арҡылы ул донъя сәхнәләрен яулай, сит ил ҡитғаларын айҡай. Һиндостан, Америка Ҡушма Штаттары, Австралия, Яңы Зеландия, Комбодже, Испания һәм башҡа күп илдәрҙә сығыш яһап, халҡыбыҙҙың фәҡәт ир-егеттәренә хас булған бейеү сәнғәте аша башҡорттоң етеҙ, тәүәккәл, батыр холоҡ-фиғелле булыуын таныта.
Егерме йыллап ғүмерен бейеүгә арнаған Риф Ғәбитов тормошоноң осраҡлы икенсе юҫыҡҡа боролоп китеүенә үкенмәй. Йыр-моңға, музыка ҡоралдарында уйнауға маһир ғаиләлә үҫеү, атаһының скрипка-мандолинала уйнауы, бейеүе нимә әйтһәң дә үҙ шойҡанын йоҡтормай ҡалмағандыр. Шулай ҙа ул - буласаҡ филолог, бейеүсе һөнәрен үҙләштереүҙә ағаһы Фәриттең йоғонтоһо көслө булғандыр тип иҫәпләй. Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәптә уҡығанда бейергә кеше ыңғайына йөрөһә, ә Башҡорт дәүләт университеты студенттарының халыҡ бейеүҙәре ансамблендә үҙе ихласлап шөғөлләнә. Тап ошонда уның бейеүгә һәләтен күргән Фәрит ағаһы әлеге йүнәлеште һайларға кәңәш итә. Бәлки, ағаһында үҙенә Хоҙай биргән бейеү талантын бойомға ашыра алмағанына үкенеү ғәләмәтеме, әллә ҡустыһында ысынлап бейеүсене күреүе булдымы, әммә бөгөн Риф ағайҙың туғанына рәхмәттәре сикһеҙ.
Утыҙлап хореографик әҫәр тыуҙырыусы, башҡорт милли бейеү сәнғәтенә яңы һулыш өрөүсе Риф Фәтих улы бөгөн дә бейеү һағында. Иң мөһиме башҡорт бейеүҙәрен һаҡлау ғына түгел, камиллаштырыу өҫтөндә лә күп эшләй. Бейеү нигеҙенә һалынған идея, башҡарыу техникаһы, образдар яңырышы йәһәтенән Риф ағайҙыҡын бүтән хореографтарҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Сөнки Ғәбитов бейеүе үҙенсәлекле, индивидуаль алымдар менән айырылып тора.
Бөгөн егеттәр кеүек ыҫпай кәүҙәле, етеҙлеген, эшлеклелеген ташламаған яндырай ҡарашлы Риф Фәтих улы яңы проекттың бойомға ашыуын көтә. Заманса техник ысулдар менән эшләнгән "Аҫаба" шоу-проекты сюжетына башҡорт ир-егетенең аҫау айғырҙы эйәрһеҙ-ҡороҡһоҙ буйһондороу идеяһы һалынған. Шунда уҡ башҡорт халҡының рухи-мәҙәни тарихы Шүлгәнташ мәмерйәһенән башланған дәүерҙән һынландырыласаҡ.
Өрпәләк ҡарҙы шатлана-көлә ҡулына йомарлаған Риф Фәтих улы
йомарлаҡтан ниҙер әүәләрен шундуҡ тоҫмаллай. Тиҙҙән үҙ ҡулдары менән семәрләп эшләгән мөһабәт йорто алдында ҡар ҡаласығы хасил буласаҡ. Унда инде үҙе әкиәти донъя! Ҡар менән ихлас булыша ул. Гүйә бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай, танһығы ҡанғансы төрлө йәнлек, хайуан һындары яһай. Һәр йөйөн тәфсирләп йымлай. Был Риф ағайҙың Аллаһ тарафынан бирелгән әллә нисәнсе һәләте. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына, "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", тимәгәндер.
Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Шығай ауылы.