“Бер нисә көн элек дошман снайперын юҡ иттем. Тәжрибәле, мәргән һәм, бигерәк тә, оҫта йәшеренә, эҙ юғалта белә. Дошманды оҙаҡ һағаланым. Ниһайәт таптым: бронялы ҡалҡан артына йәшеренгән икән. Ҡалҡан шул тиклем ҡалын, хатта броня тишә торған пуля ла алмай. Ҡалҡан өҫтөндәге перископты пуля менән ваттым. Фашист шыуышып китте.
Снайперҙың позицияһы уңайлы. Бында ул иртәгә лә әйләнеп киләсәк. Төнөн сым ҡамауы аша сыҡтым һәм немец снайперының ут позицияһына тиклем шыуышып барҙым. Һәм бына нимә эшләнем: 82 мм миномет минаһын ҡалҡан алдында ғына ергә күмдем. Минаның тупаҫ осона, беҙҙең позицияларға ҡаратып, аҡ ҡағыҙ киҫәге йәбештерҙем һәм ротаға табан шыуыштым.
Ҡояш ҡалҡҡанда, мин засадала ултыра инем инде. Ҡағыҙ киҫәге лә асыҡ күренә. Дошман снайперы килерме, юҡмы? Килде!.. Ҡалҡан өҫтөнә яңы перископ ҡуйҙы. Ефрейтор Ермаковҡа ҡояшта кеҫә көҙгөһө менән уйнарға ҡуштым һәм ҡағыҙ киҫәгенә төҙәп, тәтегә баҫтым.
Шартлау! Юғарыға тупраҡ киҫәктәре осто. Туҙан таралғас, тәрән соҡор күрҙем. Дошман снайперынан эҙ ҙә ҡалмаған. Был минең юҡ иткән 204-се фашисым ине”.
Был 1943 йылда “Красная Звезда” гәзитендә Әхәт Әхмәтйәнов тураһында баҫылған мәҡәләләрҙең береһе. Ул “Минаға атыу” тип атала. Икенсе донъя һуғышының иң яҡшы снайперҙарының береһе, өлкән сержант Әхәт Әхмәтйәновтың исеме фронт гәзиттәре биттәренән төшмәй. Ябай математика уҡытыусыһының мәргәнлеге, һирәк осрай торған атыу оҫталығы тураһында күп яҙалар. 1944 йылдың ғинуарына 260-сы уҡсылар полкы снайперы шәхсән 502 дошманды юҡ итә, 500-ҙән ашыу снайпер әҙерләй. Ишембай районы яугирын Ленинград фронтында ололап “Һунарсы” тип йөрөтәләр. Әхмәтйәнов, бөтә снайперҙар кеүек, иҫәп дәфтәре алып бара. Дошманын юҡ итеү өсөн бер пулянан артығын исраф итмәгән “Һунарсы” ябай һалдаттарҙы түгел, офицерҙарҙы ғына аулай. Уның стилен таныған дошман паникаға бирелеп, “Әхәт сыҡты!” - тип бер-береһенә хәбәр ебәргән. Шуныһы ҡыҙыҡ, үҙен һәр ваҡыт башҡорт тип таныштырған өлкән сержантты төрлө милләттәр үҙенеке итеп күрһәтергә тырышҡан, төбәк гәзиттәре татар ҙа, яҡут та тип яҙған уның турала.
Мәҡәләмде нәҡ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булһа ла, юғары награданы алмаған (ә башҡа снайперҙар 150 дошманды юҡ иткәс алған) Әхәт Әхмәтйәнов тураһында яҙыуҙан башлауым да осраҡлы түгел. Махсус хәрби операция зонаһында “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Әхәт Әхмәтйәнов исемендәге Башҡорт снайпер ротаһы неонацистарға ҡаршы көрәштә, еңеүҙе яҡынайтыуҙа үҙенең тос өлөшөн индерә. Ә бына Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ротаның бер взводы менән “Башкир” етәкселек итә. Взводы ла “Һунарсы” кеүек мәргән, ҡурҡыу белмәҫ Башҡортостан егеттәренән тора. Тыныс тормошта ул - янғын часы хеҙмәткәре, үҙебеҙҙә һәм күрше райондарҙа ярайһы уҡ билдәле хоккей командаһының уйынсыһы, ауыл мәнфәғәтенә эшләгән депутат, ә махсус хәрби операция зонаһында “Башкир” - командир һәм яуҙаш. 2023 йылдың йәйендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Һарытау өлкәһенең хәрби полигонында ике ай әҙерлек үткән өлкән снайпер махсус хәрби операция зонаһына юллана.
Ниндәй генә хәрби хәрәкәттәр булмаһын, снайперҙар яу яланында һәр ваҡыт мөһим роль уйнаған һәм уйнай. Дошмандың төп сәптәрен юҡ итеү, разведка мәғлүмәттәрен йыйыу, пехотаға ярҙам итеү, күҙәтеү, корректировка биреү кеүек бурыстары әле лә үҙгәрешһеҙ ҡала. Дөйөм маҡсатҡа ҡарамаҫтан, уларҙың эш шарттары һәм ҡулланылған технологиялары Бөйөк Ватан һуғышы һәм заман конфликттары араһында айырылып тора. Икенсе донъя һуғышы снайперҙары күҙәтеү оҫталығына, тәжрибәһенә таянып, мәргәнлек һәм сыҙамлыҡ арҡаһында юғары һөҙөмтәгә өлгәшһә, махсус хәрби операция снайперҙары ҡатмарлыраҡ һәм технологик яҡтан алға киткән ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Снайпер подразделениелары башлыса Драгуновтың снайпер (СВД), ҙур калибрлы армия снайпер (АСВК) һәм “Оrsis” винтовкалары, төндә күреү мөмкинлеге булған оптик приборҙар, тепловизорҙар менән тәьмин ителгән. Бынан тыш, дрондар һәм һанлы элемтә системалары кеүек заманса технологиялар реаль ваҡытта аныҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә. Тактик алымдар ҙа үҙгәрә. Ватан һуғышы снайперҙары йыш ҡына айырым йәки бәләкәй төркөмдәрҙә эш итһә, хәҙергеләре артиллерия һәм авиация ярҙамы менән ҙур подразделениеларға интеграциялауҙы үҙ эсенә ала. Ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, снайперҙар элеккесә хәрби хәрәкәттәрҙең мөһим, хәл иткес нигеҙе булып ҡала, улар юғары әҙерлек һәм психик тотороҡлолоҡ талап итә. Бының менән снайперҙар взводы командиры “Башкир” ҙа килешә.
Күпселек подразделениелар кеүек үк снайперҙар взводы ла урман һыҙатында урынлашҡан. Взводҡа ла локацияны йыш үҙгәртеп торорға тура килә. Махсус хәрби операция барышында һуғыш тығыҙлығы снайперҙарға яңы шарттар тыуҙыра. Уларға ғәҙәти позицияларҙан баш тартып, ҡыҫҡа дистанцияларҙа эшләргә тура килә. Алғы һыҙыҡ, хәрби заданиеларға сығыу, аҙналар буйы күҙәтеүҙәр алып барыу, снайперҙар дуэле, күнекмәләрҙе камиллаштырыу... Был махсус хәрби операция уҡсыларының мөһим бурыстарының бер нисәүһе генә.
Яугирҙар хәрби задание алғас, тәүҙә урынды (рекогносцировка) өйрәнә. Шунан һуң ғына снайпер пары башта мотоциклдарҙа, һуңынан йә-
йәүләп (бер нисә саҡрым да булып китә) алғы һыҙыҡҡа юллана. Төп позиция һәм бер нисә запас әҙерләнә. Шулай уҡ ғәҙәттә бер нисә ялған позициялар яһала. Күпселек снайперҙар парлап эшләй, бәйләнеште радио аша тота. Кемдер күҙәтә, ә икенсеһе шул арала ял итә. Снайперҙар хәрби заданиеға өсәрләп тә сыға. Төркөмдө күпселеген “Башкир” үҙе етәкләй. Был осраҡта ут позицияһында ротация ойоштороу уңайлы. Ике снайпер “эшләгәндә”, өсөнсө яугир уларҙы “ҡошсоҡ”тарҙан һаҡлай.
“Яҡшы физик әҙерлек кенә етмәй, шулай уҡ иғтибарлылыҡ, сыҙамлыҡ һәм һалҡын ҡанлылыҡ та кәрәк беҙҙең эштә. Яугир психологик яҡтан да тотороҡло булырға тейеш. Беҙгә бит ямғырҙа, бысраҡта, һыуыҡта, эҫелә лә эшләргә тура килә. Быны күптәр күтәрә алмай. Сәпте лә бит яугирҙар сәғәттәр, көндәр буйы эҙләй. Былар барыһы ла ентекле маскировкаланырға тейеш. Дошмандың да һине күҙәтеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Маскировкаланғанда ер-һыу, һауа шарттарын да күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ҡайҙалыр “кикимора”, икенсе ерлектә “леший” костюмдарын кейәбеҙ. Снайпер кәрәк-яраҡтарынан тыш, заданиены үтәүгә 10-15 көнләп ваҡыт китһә лә, еңелсә генә сығырға тырышабыҙ. Йөк күтәреп йөрөү бик еңелдән түгел. Йәйен күберәк һыу алабыҙ, әллә ни ашарға тырышмайбыҙ. Ҡайһы ваҡыт аҙналап урыныбыҙҙан ҡуҙғалмай, күҙәтеп ятырға тура килә бит. Егеттәрем ышаныслы, улар менән заданиеға сығырға була”, - ти “Башкир”.
...Бына бөгөн дә төркөм ҡу-йылған бурысты уңышлы үтәп, алғы һыҙыҡтан иҫән-һау, юғалтыу-
ҙарһыҙ сыҡты. Хәҙер уларға яуҙаш иптәштәре менән иҫәнләшергә лә, иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә мөмкин. Уларҙың юрауы шундай: заданиеға китер алдынан һаубуллашмай торған.
Хәрби заданиеларҙан тыш, яугирҙар “зажигалка”лар ҙа эшләй. Күнекмәләрен дә туҡтатмай, камиллаштырып тора, оҫта снайперҙар үҙ тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша.
Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп, һуңынан ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтендә эшләп тормош мәктәбен үткән яугир махсус хәрби операция зонаһында ла һынатмай. Тырыш хеҙмәтен ил, республика етәкселеге лә күрә, күп кенә дәүләт наградаларына лайыҡ “Башкир”. Ул наградалары менән маҡтанырға яратмай. Ә шулай ҙа 2023 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алған генерал Шайморатов, шулай уҡ “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары иң ҡәҙерлеһелер. Яугир тыуған республикаһы мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүе, исемле башҡорт ротаһының бер өлөшө булыуы менән ғорур. Ә уның менән шулай уҡ спортты, хоккейҙы үҙ иткән улдары - Илнар, Илһам, Арыҫлан, хәләле Регина һәм яҡындары ғорурлана.
P.S. Әйткәндәй, дүрт подразделение - разведка, снайпер, пилотһыҙ осоусы аппарат операторҙары һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд яугирҙарына дошман “һунар” алып бара. Нәҡ уларҙың йөҙөн неонацистар күрергә тейеш түгел. Шуға ла, билдәле сәбәптәр арҡаһында, яугирҙың исем-шәрифе яҙылманы. Әлбиттә, Еңеү беҙҙә буласаҡ. Шул ваҡытта ғына улар тураһында
ғорурланып һөйләргә һәм яҙырға бурыслыбыҙ.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Фото: яугирҙың шәхси архивынан.