Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Ноябрь 2025, 15:43

Батыр яҡташыбыҙға - мемориаль таҡтаташ

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, халҡыбыҙҙың бөтә ҡеүәте һәм көсө тупланған байрамда, изге бурыс үтәлде. Яҡташыбыҙ, гвардия капитаны Максим Рыбаков иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылып, батырҙың исеме мәңгеләштерелде.

Батыр яҡташыбыҙға - мемориаль таҡтаташ
Батыр яҡташыбыҙға - мемориаль таҡтаташ

Уның тормошо - Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө. Ул Үрге Арша ауылында тыуа, һуңынан әсәһе Елена Геннадьевна менән Белоретҡа күсеп киләләр. Шул саҡта уҡ йөрәгендә Тыуған илгә хеҙмәт итеү теләге тыуа ла инде. Суворов училищеһы уның өсөн ил һаҡсыһы һөнәренең тәүге баҫҡысы була, ә юғары хәрби белемде армия генералы В.Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант команда училищеһында ала. Һәм был һөнәренә тоғролоғон ғүмере буйына намыҫ менән йөрөтә.

Уның хеҙмәт кенәгәһе - ысын яугир һәм ҡурҡыу белмәҫ хәрби-һауа көстәре офицеры тарихы. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк Максим Радик улы алғы һыҙыҡта була. Рота командиры, ә һуңынан батальон штабы начальнигы, 98-се гвардия һауа десант дивизияһының 299-сы гвардия полкы батальоны командиры. Ул башҡаларҙың артында йәшеренмәй, еңел юлдар эҙләмәй. Бер нисә тапҡыр яралана, әммә һәр саҡ, көсө еткәнсе, үҙенең яугирҙары янына ҡайта.

Тыуған ил уның батырлығын лайыҡлы баһалай. Рәсәй Президентының 2024 йылдың 18 сентябрендәге указы менән гвардия капитаны Максим Рыбаковҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме (үлгәндән һуң) бирелде. Ә республикабыҙ Башлығы указы менән ул генерал Шайморатов ордены (үлгәндән һуң) менән бүләкләнде. Был юғары наградалар уның тиңһеҙ батырлығы һәм фиҙаҡәрлеген раҫлай.

Был мемориал барыбыҙ, бигерәк тә йәш быуын, өсөн ысын патриотизмдың, батырлыҡтың һәм тыуған ергә һөйөүҙең мәңгелек билдәһе булһын. Таҡтаташ янынан үткән һәр кем туҡтап, яҡташыбыҙҙың бөйөк батырлығын иҫкә алһын.

Рәсәй Геройы, гвардия капитаны Максим Рыбаковҡа мәңгелек дан!

Сығанаҡ - Азат Хәкимов

Автор:
Читайте нас