Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Март , 10:13

Ерҙәге бөтә нәмә - әсә ҡулынан...

Уны көслө заттар уратып алынған. Өйҙәге берҙән-бер ҡатынға булған һөйөү, ихтирам, уны ҡурсалау гүзәл затты тағы ла бәхетле һәм һөйкөмлө итә. 

Ерҙәге бөтә нәмә -  әсә ҡулынан...
Ерҙәге бөтә нәмә - әсә ҡулынан...

Йыш ҡына әсәйҙәрҙе, йәш булһынмы, күп балалы булһынмы, хәҙерге заманда нисек барыһына ла -  үҙ-үҙеңде ҡайғыртырға, карьера төҙөргә, үҙеңде һәм ғаиләңде үҫтереү тураһында ла онотмаҫҡа, өлгөрөргә икән тигән һорау борсой. Был мөмкин түгел кеүек тә тойола, әммә күп гүзәл заттар бының киреһен иҫбатлай. 
- Тик ирҙәр генә булған өйҙә һин хеҙмәтсе лә йә барыһы ла ҡурсалап торған гүзәл зат та, һөйкөмлө тормош иптәше лә, яратҡан әсәй ҙә була алаһың. Минеңсә, күп нәмә ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттән тора: әгәр ҙә ғаиләләге улдар атайҙарының икенсе яртыһын ҡыуандырып торорға тырышыуын, ғаиләләге мөнәсәбәтте күреп үҫә икән, улар үҙҙәре лә ярҙам тәҡдим итә башлай. Атайҙары күп ваҡытын эштә үткәрһә лә, балалар уның бар нәмәне лә белеп тороуын белә һәм минең өсөн ул - һыйыныр урын, - ти Розалия Радик ҡыҙы ғаилә төшөнсәләренә туҡталып китеп.  
Зариповтарҙың ишле ғаиләһендә дүрт ул буй еткергән. Өлкәндәре хәҙер инде үҙе лә ике ҡыҙға атай. Медицина колледжын тамамлаған Эмиль Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының балалар поликлиникаһында участка фельдшеры. Мәктәпте уңышлы тамамлаған Радмир ҙа медицина юлын һайлаған. Егет Өфө дәүләт медицина университетының II курсы студенты. Искәндәр 2026 йылғы сығарылыш класы уҡыусыһы. Алда берҙәм дәүләт имтихандары, уҡыу йорто һәм студент тормошо. Кинйәләре Илгизәр Егәҙе мәктәбенең IX класы уҡыусыһы. Әйткәндәй, егеттәрҙең һәр береһе яҡшы уҡыуҙан тыш,  район, республика, Рәсәй кимәлендә үткән төрлө олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Бынан тыш, ағалы-ҡустылы Зариповтар спортты ла үҙ иткән. Ярыштарҙа мәктәп кенә түгел, уҡыу йорто, медицина учреждениеһы намыҫын район-республика кимәлендә яҡлай. Улар бигерәк тә команда уйыны - волейболды ярата. 
- Ғаилә девизыбыҙ: һәр ваҡыт бергә һәм балалар менән бер тулҡында булыу, кәңәшләшеп эшләү һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү. Улдарыбыҙ бер эште лә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына йәиһә ир-аттарҙыҡына бүлмәй. Миңә лә, атайҙарына ла берҙәй ярҙам итә. Бар эште лә бергә эшләргә тырышабыҙ. Йорт-ҡура эштәренән тыш, еләк-емеш йыйырға ла өлгөрәбеҙ, йәйен бесәнде лә берҙәм генә эшләп алабыҙ. Кемелер тракторға ултырһа, икенсеһе ҡулына һәнәк ала. Кәрәк икән сәскәһен дә сәсәләр, тортын да телеңде йоторлоҡ итеп бешереп ҡуялар. Ялды ла бергә ойошторорға тырышабыҙ, бассейн, тәбиғәт ҡосағына сығыу булһынмы, һәр ваҡыт бергә, - тип ҡыуана бәхетле әсәй. 
Розалия Радик ҡыҙы Сермәндә тыуһа ла, VIII класты Үҙәнбашта тамамлай. Атаһы Радик Фәйзрахман улы Сермән балалар йортон, Үҙәнбаш, һуңынан Егәҙе мәктәптәрен төрлө йылдарҙа етәкләй. Шуға ла Иҡсановтар ғаиләһенә йәшәү урынын йыш алыштырырға тура килә. Розалия Иҡсанова ла һигеҙенсе класты тамамлағас Белорет педагогия колледжының башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм пионервожатыйҙар әҙерләү бүлеген тамамлай. Егәҙелә бер йыл эшләгәндән һуң Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университетының  сит телдәр факультетына уҡырға инә. Бер нисә йылдан махсус уҡыу йортонда, был юлы инглиз теле буйынса  белемен камиллаштырып, ҡулына диплом ала. Бөгөн Розалия Радик ҡыҙы Егәҙе мәктәбенең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары. Тырыш, тәжрибәле уҡытыусы күп кенә район-республика наградалары менән билдәләнгән, Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһына ла лайыҡ. Егәҙе егете Фәнил Рәжәп улы менән тормош ҡороуҙарына ла 33 йыл булып киткән. Ғаилә башлығы ла оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй. Татыу ғаилә кәртә тултырып малын да тота, ҡош-ҡортон да аҫрай, баҡсаһында йәшелсә-емеш тә үҫтерә.   
Зариповтар йортонда ышаныс, бер-береңә ярҙам итеү һәм ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн яҡты киләсәк булдырыу маҡсаты хөкөм һөрә. Улдар ҙа атай, әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Ошо ла бәхет түгелме икән ҡатын-ҡыҙ өсөн! 
Ә 8 Мартта уның яратҡан ир-егеттәре мотлаҡ гөлләмәләр бүләк итәсәк, бүләктәр әҙерләйәсәк. Һәм күңелдә ҡыуаныс, шатлыҡ... Шөкөр, барыһы ла яҡшы!

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас