Замандаш
16 Апреля , 12:37

Ысын ғаилә күплектә түгел, ихтирамда төҙөлә

Ҡалабыҙ урамдарында был ғәжәйеп парҙы йыш осратырға мөмкин. Улар мәҙәни сараларҙа ла, һәр ваҡыт башҡаларға ярҙам итергә әҙер булған кешеләр араһында ла бергә. Ғаилә башлығы - тормошо сәнәғәт үҫешенә һәм төбәк именлегенә бәйле хеҙмәт кешеһе, ә ул -  бөтә ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған, эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә бөхтәлек һәм гармония булдырған, тормош иптәшенең һәр башланғысын хуплап, уны күктәргә сөйгән, йорт усағын һаҡлаусы гүзәл зат.

Ысын ғаилә күплектә түгел, ихтирамда төҙөләЫсын ғаилә күплектә түгел, ихтирамда төҙөлә
Ысын ғаилә күплектә түгел, ихтирамда төҙөлә

Һәр ауыл-ҡалала күптән уның тере тарихы булған парҙар бар. 2026 йыл - Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән Башҡортостанда, бигерәк тә шундайҙар  -  үҙ өлгөһө менән ысын мәғәнәһендә татыу, берҙәм булыуҙың нимә икәнен күрһәткән ғаиләләр иғтибарға лайыҡ. Бындай парҙар ғаилә бәхетенең ысын символы булып тора. Уларҙың тарихы - шәхси биография ғына түгел, ә хөрмәт, тоғролоҡ һәм ярҙам итеү йәшәү нормаһына әүерелгән ҡала мөхитенә индергән өлөшө. Ҙур һәм татыу ғаилә йылында уларҙың өлгөһө башҡаларҙы ла рухландыра, сөнки ысын һөйөү һәм ихтирам ғаилә ағзаларының һанынан түгел, ә көндәлек иғтибар һәм йылылыҡтан тора. Шундайҙарҙың береһе ул - Мөхәмәтйәровтар ғаиләһе.
Үткәл ауылында тыуып үҫкән ғаилә башлығы Рамил Мөхәмәҙиә улы Шығай мәктәбендә, ҡаланың лицей-интернатында белем алған.  1975-1977 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәндән һуң Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Район-ара базала, район ҡулланыусылар союзында ла эшләп ала. Һуңынан инде яҙмышын ҡалала ғына түгел, илгә киң билдәле булған ҡеүәтле металлургия комбинаты менән бәйләй. Канат ишеү машинисы булып тормош юлын үтә. Тырыш эшсене етәкселек тә ихтирам итә һәм лайыҡлы баһалай. Уның тармаҡ үҫешенә индергән өлөшө күп һанлы наградалар менән билдәләнә, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап. Хеҙмәт ветераны Рамил Мөхәмәҙиә улы Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Почет грамотаһы менән дә баһаланған. Бер нисә йыл рәттән район Һабантуйында “Һөнәре буйынса иң яҡшы” исеменә лайыҡ була. 2018 йылда юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостандың иң юғары наградаһы - Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Хеҙмәт ветераны һәр ваҡыт әүҙем тормош позицияһы менән айырылып тора, предприятие һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда ҡатнаша, үҙенең тәжрибәһен үҫеп килгән быуынға тапшыра. Уның эшһөйәрлеге, намыҫлылығы һәм игелеге коллегаларының һәм дуҫтарының хөрмәтен яулай. Ветерандың  тормошонда тәрбиә биреү айырым урын биләй. Тиҫтәләгән йәш белгес уның ярҙамын һәм аҡыллы кәңәштәрен рәхмәт менән иҫкә ала. Күптәр өсөн ул остаз ғына түгел, ә ысын өлгө лә.
- 42 йыл хеҙмәт стажым бар, шуның өс тиҫтә йылы Белорет металлургия комбинаты менән бәйләнгән. 5-се разрядлы канат үреү оҫтаһы булараҡ бер юлы ике агрегатты хеҙмәтләндерергә тура килде. Көндәлек норманы ла 200 процентҡа арттырып үтәй инем. Остазлыҡ эшен дә ышанып тапшырҙылар. Хеҙмәт йөгөн лайыҡлы тартҡан күп кенә өйрәнсектәрем, хеҙмәттәштәрем менән дә ғорурланам, - ти хәҙер инде хаҡлы ялдағы алдынғы металлург.   
Түҙемлек, яуаплылыҡ, айырыуса иғтибарлылыҡ талап ителгән эшен ярата уҙаман. Юғары сифатлы канаттар, тростар, кораблдәр, вертолеттар, крандар, төҙөлөш өсөн һәр өлкәлә лә кәрәкле һаналған продукция етештереүҙә тос өлөш индерә алғаны өсөн ғорур ул. Эше уңғандың йорто ла ялт итеп тора. Үткәлдә атай нигеҙен ҡоротмай, уны бынамын итеп төҙөп ҡуйған.
Тормош иптәше Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы ла итәғәтле, ҡунаҡсыл. Башҡорт кооператив техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Әлшәй ҡыҙы “Башпотребсоюз”ға эшкә йүнәлтелә. Ситтән тороп Мәскәү Сауҙа институтының иҡтисад бүлеген тамамлай. 1978 йылда иһә Белоретта хеҙмәт юлын башлай. Тыныс холоҡло ханым күп йылдар района-ара базаһында баш бухгалтер урынбаҫары булып эшләй. Күп кенә Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған ул. "Ҡулланыусылар кооперацияһында 25 йыл камил эшләү" Почет билдәһе менән наградланған. Башҡортостандың “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы” ла.
Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы менән Рамил Мөхәмәҙиә улы ҡыҙҙарына өлгөлө атай-әсәй, ейәнсәрҙәре Әдилә менән Аняға яратҡан олатай-өләсәй ҙә. Мөхәмәтйәровтарҙың ҡыҙҙары ғаиләһе менән илебеҙҙең баш ҡалаһында төпләнгән. Белорет телевидениеһында эшләп киткән Альбина хәҙер иһә ҙур төҙөлөш компанияһында реклама бүлеген етәкләй. Әдилә ейәнсәрҙәре медицина колледжын тамамлап, косметология өлкәһендә эшләй. Ә кинйәләре баш ҡала мәктәптәренең береһендә белем ала. 
Әммә ара алыҫлыҡҡа ҡарамаҫтан, ғаилә ысын дуҫ булып ҡала белә. Уларҙың йортонда һәр ваҡыт йылылыҡ, ярҙам итеү һәм үҙ-ара аңлашыу  -  төп ҡиммәттәр. Мөхәмәтйәровтар күмәкләшеп сәйәхәт итергә лә ярата.  
Тәжрибәле эшсе, күптәрҙең остазы булған Рамил Мөхәмәҙиә улы ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән яҙын  күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала.
Ҡунаҡсыл хужаларҙың яҡты, йылылыҡ бөркөп торған йортонан туғандары, класташтары өҙөлмәй. "Әлдә генә Рамилыбыҙ, Рәйсәбеҙ бар, Белоретҡа эш буйынса йыш йөрөргә тура килә. Шул саҡта кәрәк урындарға машинаһы менән йөрөтә, ярҙамынан ташламай. Шуға ныҡ һөйөнәбеҙ", - ти Әбйәлилдә йәшәгән класташы Сәғиҙә Фәтхуллина. 
Мөхәмәтйәровтарҙың ғаиләһе составы буйынса бәләкәй булһа ла, рухы буйынса ҙур. Тап ошонда уларҙың үҙенсәлекле көсө - бер-береһе тураһында эскерһеҙ хәстәрлек күреүҙә һәм ярҙамлашыуҙа.
Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы бара. Һәм был пар - бындай ваҡытта айырыуса мөһим булған ҡиммәттәрҙең тере кәүҙәләнеше: тоғролоҡ, ярҙам һәм берҙәмлек. Һәм улар кеүек парҙар ысын ғаиләнең күплектә түгел, ә мөхәббәттә, ихтирамда һәм һәр минутта ла янында булырға әҙерлектә төҙөлгәнлегенә тере миҫал булып тора. Уларҙың тарихы - бер-береһенә тоғролоҡ, хеҙмәт һәм хәстәрлек тарихы, ул илһамландыра һәм берләштерә. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын һәм уларҙың тарихы  - оҙаҡ йылдар дауам итһен, ысын ғаилә көсөнә инанған һәр кем өсөн өлгө булып торһон.

Эльвира ХӘМЗИНА.
Фотолар: ғаилә архивынан.

Автор:
Читайте нас