Замандаш
22 Апреля , 06:15

Тывала Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовты Тыва Республикаһының Чадан ҡалаһында «Алдар. Хүндү. Мөгейиг» миҙалы менән бүләкләнеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тывала  Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләндеТывала  Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде
Тывала Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде

Исеме «Дан. Хөрмәт. Баш эйеү» тип тәржемә ителә. В. Көк-оол исемендәге Милли музыка-драма театрының 90 йыллыҡ юбилейына арналған миҙалды театр директоры Саян Монгуш тапшырҙы.

Айгиз Баймөхәмәтов Тываға үҙенең «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» спектаклен ҡарарға барҙы. 90-сы юбилей театр миҙгеле ошо спектакль менән тамамланды.

«Спектакль тамашасыларҙың юғары баһаһын алды. Залда тынлыҡ урынлашты, барыһы ла тын да алмай ҡараны, — тип билдәләне Көк-оол исемендәге Милли театр директоры. — Спектаклдең тәрбиәүи әһәмиәте ҙур, ул сәхнәлә оҙаҡ йәшәйәсәк. Айгиз Баймөхәмәтовҡа әҙәбиәткә индергән өлөшө һәм беҙҙең версия менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ».

Автор: