Замандаш
15 Июня , 05:15

Урал йырсыһы

Үткән шәмбе Кәртәлелә арҙаҡлы ауылдаштары Мөхөтдин Тажиҙың хәтер кисәһе, яҙыусы йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы. 

Урал йырсыһыУрал йырсыһы
Урал йырсыһы

Быйыл республикабыҙ башҡорт яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе, билдәле яҡташыбыҙ Мөхөтдин Тажиҙың тыуыуының 120 йыллығын билдәләй. Музей-китапханаларҙа әҙип иҫтәлегенә хәтер кисәләре, осрашыуҙар ойошторола, күргәҙмәләр эшләй. Ошондай йөкмәткеле осрашыуҙарҙың береһе  яҙыу-
сының тыуған ауылында ла үтте. Нина Зимина исемендәге “Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы”,  Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы һәм Башҡортостан  Милли әҙәбиәт музейы ойошторған әҙиптең китаптар күргәҙмәһе кәртәлеләр өсөн генә түгел, ҡунаҡтар өсөн дә фәһемле булды.
Яҙмышына килгәндә иһә Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов 1906 йылдың 3 апрелендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйә-
ҙе Кәртәле ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған. Ун йәшенән ҡаҙаҡ далаларында көтөү көтә, байҙарҙа батраклыҡта йөрөй. 1920-1924 йылдарҙа  Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Бында ул киләсәктә башҡорт театр сәхнәһенең күрке булып танылыр Арыҫлан Мөбәрәков менән бергә үҫә. Шунан һуң Өфөләге башҡорт педагогия техникумында уҡый. "Башҡортостан йәштәре", "Башҡортостан" гәзиттәрендә эшләй. 1936 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында, БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығында, республика радиокомитетында, "Әҙәби Башҡортостан"  журналында эшләй. Мөхөтдин Тажи әҙәбиәткә егерменсе йылдар аҙағында килә. Уның тәүге шиғыр һәм очерктарына азат хеҙмәт кешеһен кәүҙәләндереү, уға дан йырлау характерлы. Шағирҙың 1934 йылда яҙылған "Тәлгәш ҡайын" поэмаһында башҡорт халҡының социаль аңы уяныуы, байҙарға ҡаршы стихиялы көрәшкә күтәрелеүе сағыла. Әҫәр халыҡ ижадын оҫта файҙаланыуы менән дә үҙенсәлекле. Ватан һуғышы йылдарында яҙылған әҫәрҙәре араһынан "Урал егете" поэмаһы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Бында шағир Александр Матросов ҡаһарманлығына оҡшаш күренештәрҙең совет йәмғиәте өсөн тәбиғи икәнен күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа әҙип "Сәғиҙәнең яҙмышы" исемле повесть яҙа, тәржемә менән дә шөғөлләнә.
Тантананы асып, Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Данъянов барыһын да тәбрикләп, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Рәүф Исмәғилевкә, Риф Моталлаповҡа, Айрат Ситдиҡовҡа, Насип Ситдиҡовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ Ишле ауыл советы ҡарары менән “Ауыл биләмәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы Мөхөтдин Тажиҙың туғандарына тапшырылды. Шәхестең ейәнсәре килә алмау сәбәпле, миҙалды уға Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре тапшырасаҡ. 
- Шундай матур урында - ҡарағай һауаһын һулап, Инйәр һыуын эсеп үҫкән беҙҙең яҡташыбыҙ. Әйтергә кәрәк, ул үҙенең әҫәрҙәре, повестары, шиғырҙары, тәржемәләре менән яҙыусылар алдында күренекле булған. Билдәле шәхестең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ошондай байрам ойоштороусыларға, Кәртәле ауылы халҡына рәхмәт. Ауылығыҙҙы онотмағыҙ, - тине хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова. 
Зөлфиә Басир ҡыҙы ҡотлауынан һуң актив тормош позицияһы алып барған Рима Моталлапованы, Илшат Исмәғилевте район Советының Рәхмәт хаттары менән билдәләп китте.  
Республика Адвокаттар палатаһы рәйесе Булат Йомадилов телмәренән һуң ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Данъяновҡа, Инйәр ветерандар советы рәйесе Наилә Кималоваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарған Ранис Алтынбаев районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек билдәле шәхестәрҙең, фән әһелдәренең тыуып үҫеүен билдәләп үтте һәм махсус бүләк менән Солтановтар ғаиләһен бүләкләне. 
Быйыл районда тәүге тапҡыр шағирҙың шиғырҙарын ятлаусыларҙың "Тауҙар тауышы" тип аталған муниципаль конкурс үтте. Унда район һәм ҡала мәктәптәренән - 19, Межгорьенан ике уҡыусы ҡатнашты. Конкурсҡа йомғаҡ яһалып, бүләкләү тантанаһы яҙыусының тыуған ауылында үтеүе лә осраҡлы түгел. Хәтер кисәһендә муниципаль конкурс еңеүселәре -  Инесса Вершининаның, Самира Түлебаеваның, Әҙилә Мәғәфүрованың Мөхөтдин Тажи шиғырҙарын уҡыуы кисәне йәмләне һәм әҙиптең шиғырҙары менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. 
Уҡыусылар республика Милли әҙәбиәт музейының Рәхмәт хаттарын, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһының Грамота һәм бүләктәрен алып ҡыуандылар. Еңеүселәргә Милли әҙәбиәт музейынан Грамота һәм бүләктәр бирелде, шулай уҡ махсус приздарға эйә булдылар. Башҡортостан  Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары  Рәсим Солтангәрәев һәм “Иҙел башы” яҙыусылар берләшмәһе рәйесе Әлиә Саматова Белорет ҡала лицей-интернаты уҡыусыһы Ришат Ҡужахмәтовты, Сермәндән Русалина Байдәүләтованы, Шығайҙан Нургөл Хәтиуллинаны лайыҡлы III урындары, Сермәндән Әҙилә Мәғәфүрованы, Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусыһы Инесса Вершининаны II урындары, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Арыҫлан Йылҡыбаевты һәм Ин-
йәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусыһы Самира Түлебаеваны I урындары менән ҡотланы.  Ә Гран-при иһә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы - Тимур Фәтҡуллинда. Шәхестең ижадын өйрәнеп, уны лайыҡлы яҡларға йөрьәт иткән уҡыусыларҙың күп булыуы үҙе бер еңеүгә тиң, тине Әлиә Марс ҡыҙы һәм Рузалина Сафинаны (Сермән), Арыҫлан Нәбиуллинды (Шығай), Самира Итәлмәсованы һәм Йәсминә Хәсәнованы (Межгорьеның 3-сө һәм 2-се мәктәптәре), Морат Хәйруллинды (Абҙаҡ), Гөлсөм Зәйнетдинованы (Сермән), Айлина Фәхритдинованы (Сермән), Әминә Әхмәтшинаны (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Азалия Шоҡобаеваны (Абҙаҡ), Рәмил Мәғәфүровты (Шығай), Иҙел Ғәлинде, Алина Сәмсетдинованы, Алмаз Фәйзуллинды (Инйәрҙең 2-се мәктәбе) "Асыш" һәм "Еңеүгә ынтылыш" номинацияларында билдәләне. 
Башҡорт яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе Мөхөтдин Тажиҙың тыуған йортонда мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы ла яҡташыбыҙҙы хөрмәтләү, уны һәр ваҡыт хәтерҙә тотоу  билдәһе булды. 
Кәртәлеләрҙе шулай уҡ “Артыш” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәис Исмәғилев тә ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы. Кисәне Мөхөтдин Тажиҙың ауылдаштары, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығы оркестры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Шәрипов һәм уның әсәһе, ижад менән мауыҡҡан, һәүәҫкәр композитор Руфина Марат ҡыҙы моңға сорнаны. Межгорьеның “Алтынай” башҡорт фольклор ансамбленең йырҙар шәлкеме лә, райондың "Атайсал" йыйылма гармунсылар ансамбленең, Мөбәрәк Ғәлиастановтың гармунда көйҙәре байрамға йәм һәм дәрт өҫтәне.  Хәтер һәм байрам кисәһен Ишле, Олойылға ауылдарының хакимиәт, мәҙәниәт йорттары һәм мәктәп коллективы, “Аҡ сәскәләр” төркөмө биҙәне һәм алып барҙы. 


Наил ШАКИРОВ фотолары. 

Автор:
Читайте нас