

Төрки халыҡтарҙың барыһында ла тиерлек ат культы бар. Был хайуан ауыҙ-тел ижадын, риүәйәттәрен, мифологик ҡомартҡыларын, тарихтарын биҙәп килә. Йылҡының тәү килеп сығышын һәр халыҡ үҙенсә дәлилләй. Ҡасандыр ир-егеттең генә түгел, һәр башҡорттоң ғаилә ағзаһылай булған йылҡы малы күпмелер ваҡыт күҙ алдынан юғалып торғандай булды. Ярай әле һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың үҙ асылына йөҙ бороуы уңайынанмы, ауылдарҙа йылҡы һаны артты. Бөгөн инде фермерлыҡ әүҙемләшеп, йылҡы үрсеткән, тиҫтәләп мал тотоп, ҡымыҙ бешеп, үҙ ҡулланыусыларын шифалы эсемлек менән тәьмин иткәндәр арта башланы. Тик һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа даими үткәрелеп килгән ат сабыштары ғына һүнеп ҡалғандай. Ат йәнлеләр башҡа райондарҙа үткән сабыш-ярыштарҙа, Һабан туйҙарында юртаҡ-аттарын һынап ҡарарға мәжбүр, һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Эйе, малды ҡабаттан өйрәнеп, уға ҡабаттан яҡынайырға, ышанысын яуларға тырышабыҙ. Тик һаман да уға бары тик мал итеп кенә ҡарайбыҙ. Ә асылда иһә, ат башҡорт өсөн мал ғына түгел, ә бәйләнеш күпкә тәрәнерәк, көслөрәк булған.
Ә шулай ҙа мәҡәләм был турала түгел. Ат “ене” ҡағылған ағайҙарыбыҙҙың береһе - Сосновканан Зиннур ағай Ҡәҙерғолов тураһында булыр.
- Бәләкәйҙән ат араһында үҫтем. Колхоз заманында бар хужалыҡ эштәре лә уның ярҙамында башҡарылды бит. Заманында “Заря”ның 40 башҡа иҫәпләнгән ат һарайы ла булды. Һыбай йөрөргә тип шунда йүгерә инек. 12 йәштәр тирәһендә полевод булып, баҫыуҙа мал баҫтырҙым. Бесәнде тик улар ярҙамында эшләп ала инек. Һуңынан Һабан туйҙарында ҡатнаша башланым. Илле йәшкә тиклем ат өҫтөндә булдым инде, - ти ат йәнле Зиннур ағай.
Ғөмүмән, Зиннур Ғәбделхай улы, уның хужалығындағы сабыш аттары, еңеүҙәре тураһында һөйләп тороу ҙа артыҡтыр. Сабыш аттарын Иҙел башы, күрше-тирәләгеләр генә түгел, республиканан ситтә лә белделәр һәм һоҡландылар. Бөтә республикаға билдәле “Карат” ҡына ни тора һуң?! Ул ҡатнашҡан ат сабыштары ла үҙе бер мауыҡтырғыс һәм һоҡландырғыс тамаша була торғайны. Ат, тиҙлек яратҡан наездниктар - Альфред Мөхәмәтйәров, Даян Ҡәҙерғолов, Илдус Хәлилов, Харис Мөхөтдиновтар ҙа йылҡы хужаһы йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне, лайыҡлы урындар алды. Был сағыу осор тураһында бөгөн йорто кәштәләрендәге күп һанлы Кубок-миҙалдар һәм грамоталар һөйләй.
Әле “Терра Башкирии” кеүек дәрәжәле ат сабыштарында, Һабантуйҙарҙа еңеүҙәр яулаған “Карат” осоро тамамланып, башҡорт тоҡомло “Знак” ҡушаматлы өйөр айғыры дәүере бара. Көньяҡ Уралдың ҡырыҫ тәбиғәте шарттарында йәшәү өсөн сығарылған был уникаль абориген ат иҫ киткес сыҙамлылыҡҡа эйә. Өйөр айғырының тоҡомдары башҡа ерҙә лә дан тота. Ат йәнлеләр, ат спортын үҫтереүселәр Зиннур ағайҙың ҡолондарын теләп ала һәм был аттар яңы хужаларына район ғына түгел, республика сабыштарында призлы урындар алып килә. Өйөр айғыры тоҡомдарының еңеүҙәре - селекционерҙың, һыҙаттарҙың таҙалығын һәм дөрөҫ тәрбиәләнеүен раҫлаған, төп ғорурлығы.
Әммә селекциялыҡ Зиннур Ғәбделхай улының төп шөғөлө генә түгел. Бер нисә йыл элек ғаилә ҡымыҙ етештереүҙе үҙләштергән һәм ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән. Үҙебеҙ өсөн генә тип етештерелә башлаған эсемлекте бөгөн яратып эскән үҙ һатып алыусылары бар.
- Ҡәҙерғоловтарҙың шәхси хужалығында етештерелгән ҡымыҙ башҡаларҙыҡынан күпкә айырыла. Шифалы эсемлекте, хатта икенсе райондыҡын да, күп тәмләп ҡарарға тура килде, әммә ләкин, минең өсөн, уларҙыҡына еткәне юҡ, - ти ауыл биләмәһе башлығы Азамат Мөхәмәтйәров.
Бөгөнгө көндә Ҡәҙерғоловтарҙың шәхси хужалығында 30-лап йылҡы иҫәпләнә. Ауыл йүнселдәре лә бер нисә баш малын уларға ышанып тапшырған.
Ун бейәнән көнөнә яҡынса 20 литр һөт һауып алына. Бейәләр ҙә өйрәнеп бөткән, һауын мәленә алып ҡайтыу менән шунда уҡ махсус урынға барып тора һәм тыныс ҡына үҙ сиратын көтә. Ә бына “Лаванда”ны махсус ҡулайламаға индереү ҙә кәрәкмәй. Ете йәшлек бейә йыуаш һәм тыныс. Шуға ла ғаилә башлығының төп ярҙамсыһы Артур уны тиҙ арала һауып та алды. Процесс та оҙайлы, шуға күрә эш иртә таңдан кискә тиклем ҡайнап тора. Бөгөн был эштә Зиннур ағайға ғаиләһе ярҙам итә. Ғәлимә Сәхәү ҡыҙы йорт хужалығын алып бара һәм ҡымыҙ бешә. Үҙен район һабан туйҙарында көрәшсе булараҡ танытҡан Артур улдары ла бейә һауыша. Ғаилә подрядында һәр кем үҙ урынын белә. Уңғандарҙың шифалы эсемлеге тәмле лә, йомшаҡ та була.
Таңдан тороп, һуң ятып, үҙ эштәрен булдырып йәшәгәнгә лә тормоштары етеш, табындары мул хужаларҙың. Ошо көндәрҙә Зиннур Ғәбделхай улының диплом-грамоталар йыйылмаһы тағы ла берәүгә тулылана. Ҡала һәм Металлургтар көндәренә, Һабантуйға арналған сараларҙа тырыш йүнсел “Иң яҡшы малсы” булараҡ билдәләнә.
Наил ШАКИРОВ фотолары.