Замандаш
20 Сентября , 09:31

Урман һағында тора ирәмле ирҙәр

Ерҙең йәшел ҡалҡаны - урман да һаҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә илебеҙҙә үҙ иңенә ошо зарури бурысты йөкмәүселәр - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Эйе, урмансылыҡ элек-электән мәртәбәле, абруйлы һәм шул уҡ ваҡытта ғәйәт ҡатмарлы, яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Был тармаҡта осраҡлы кешеләр юҡ - бары ваҡыт, намыҫ, булдыҡлылыҡ менән һыналғандар ғына. Айырыуса бөгөн, урман хужалығы кадрҙарға ҡытлыҡ кисергәндә, һәр хеҙмәткәр алтынға бәрәбәр. Эш - ауыр, хеҙмәт хаҡы түбән тимәй улар, оло теләк, мөкиббәнлек менән үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡала.

Урман һағында тора ирәмле ирҙәрУрман һағында тора ирәмле ирҙәр
Урман һағында тора ирәмле ирҙәр

Тармаҡ эшен камил белгән шундай фиҙаҡәрҙәрҙең береһе - Тирлән урман хужалығының урман тергеҙеү инженеры Альберт Рәис улы МЫРҘАҒӘЛИН. Ун һигеҙен тултырып, иң йәш белгес булараҡ 1993 йылда ошо ойошмала хеҙмәт юлын башлаған тәжрибәле остаздың иңендә күҙ иңләмәҫ майҙандарға ултыртылған, тергеҙелгән, янғындарҙан, хаяһыҙҙарҙан ҡурсаланған меңдәрсә ағас! Ҡасандыр урта мәктәпте тамамлап, ҙур теләк менән Тирлән урман хужалығына эшкә урынлашырға килгән йәш кешегә бер ниндәй ҡаршылыҡ та кәртә була алмай.

- Эшләү теләге үтә көслө булғанмы, әллә ғәйәт ныҡымыш, сәмсел булғанмынмы, эшкә алығыҙ, тип, бер түгел, дүрт барҙым. Һуңғыһында баш лесничий Анатолий Николаевич Оглобличев бот сабып: “Вәт, үҙ һүҙле егет, әйҙә, эйәр арттан”, - тип лесхоз директоры Евгений Иванович Лисовскийға алып инде. “Урман эше ҡатмарлы, яуаплы, булдыра алырһыңмы һуң?” - ти тәжрибәле ағайҙар һынамсыл ҡараштарын төбәп. “Әлбиттә!” - тип ышаныслы яуаплайым, ниһайәт, маҡсатыма ирешеүемә һөйөнөп, - ти был тармаҡта ни рәүешле эш башлауын бәйән ҡылып Альберт Рәис улы.

Хәйер, унда урмансы булыу теләге ерле юҡҡа барлыҡҡа килмәгән - Айыс ауылынан әсәһенең атаһы - Берлингә еткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йомадил Сәлимсолтан улы ла ғүмерен ошо һөнәргә арнаған - хаҡлы ялға сыҡҡансы Инйәр урман хужалығында эшләгән. Уның Свердловск урман-техник институтын тамамлаған улы - Рәшит Солтанов иһә, тәүҙә леспромхоз, унан аҙаҡ урман техникумы директоры вазифаларын атҡарған.

Тирлән участкаһында 15 йыл самаһы эшләгәс, 2008 йылда урман хужалығы өлкәһендә үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда, Альберт Мырҙағәлин тармаҡтан китеп, Белорет металлургия комбинатына эшкә төшә. Әммә күңеле ятмаған һөнәрҙә оҙаҡ тотҡарланмай - 2010 йылда саҡырыу буйынса Белорет ағас эшкәртеү хужалығына урман мастеры булып урынлаша. Алдынғы ҡарашлы, яуаплы, эшлекле белгесте тиҙҙән инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо йылдар эсендә Өфө урман хужалығы техникумында махсус белем алырға ла, төрлө замана технологияларын үҙләштерергә лә өлгөрә ул.

2024 йылдан Альберт Рәис улы Тирлән урман хужалығында тәүҙә - дәүләт инспекторы, һуңынан урман тергеҙеү инженеры булып оҙайлы хеҙмәт юлын дауам итә. Бөгөн уның төп бурысы - теге йәки был сәбәп арҡаһында зыян күргән урман ресурстарын ҡайтанан тулы ҡанлы экосистемаға әйләндереү. Эше һәләк ҡатмарлы, яуаплы - урманды тергеҙеү йәһәтенән проекттар булдырыу, ағас тоҡомдарын, уларҙы ултыртыу һәм тәрбиәләү ысулдарын һайлау, питомниктарҙа үҫентеләрҙе күҙәтеү, орлоҡтарҙың сифатын тикшереү, урмандың тәбиғи рәүештә тергеҙелеүенә булышлыҡ итеү һәм башҡа йөкләмәләр инженер иңендә.

 - Ямғыр-ҡар, эҫе-һыуыҡ тимәй, көн дә урман гиҙгән саҡтар һағындыра барыбер. Ошо 33 йыл эсендә күпме ағас ултыртылды, диләнкә бүленде, урман янғындары һүндерелде! Әлеге вазифам да тынғыһыҙ, әлбиттә, әммә элекке кеүек иртә таңдан төнгә ҡәҙәр урманда ғына йөрөмәйһең, - ти әңгәмәсем урмансы булған саҡтарын юҡһынып.

Фиҙаҡәр эш - баһалы. Альберт Мырҙағәлиндең намыҫлы хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының, Өфө фанера комбинатының Почет грамоталары менән билдәләнгән. Шулай ҙа иң ҡиммәтлеһе - бергә эшләгән һөнәрҙәштәреңдең, һиңә эш йәһәтенән мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең ихтирам-хөрмәте, рәхмәте, ти, әңгәмәсем. Хәйер, хеҙмәтенең зарурилығын, мөһимлеген төшөнгәндәр генә үҙенә йөкмәтелгәндәрҙе намыҫ вә выждан менән башҡара алалыр.

Яҡшы хеҙмәткәр генә түгел, хәстәрлекле ғаилә башлығы, донъясыл, бөтмөр, алтын ҡуллы хужа ла ул. Тормош иптәше Луиза Рәшит ҡыҙы менән күркәм донъяларында ике улан тәрбиәләйҙәр. Малайҙар ҙа күптән ҡул араһына ингән - Айбулат - IX, Айнур VI класта белем ала. Атайҙары кеүек икеһе лә эшкә һере, ипле, оҫталар. “Ныҡлы тылым - ғаиләм, бәлки, шуға эшем дә көйлөлөр”, - ти Альберт Рәис улы эске бер ҡәнәғәтлек менән.

Эйе, бөгөн урман хужалығы тиҫтә йылдар ошо тармаҡҡа хеҙмәт иткән, тормош мәктәбе үткән тәжрибәле остаздарға таяна. Әммә улар араһында алдынғы ҡараш-идеялар менән янған, урман ресурстарын тергеҙеү, һаҡлау, аҡыллы файҙаланыу йәһәтенән заманса технология-ысулдарҙы үҙләштергән йәштәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы “Урмансылыҡтар идаралығы”ның Тирлән урман хужалығы бүлексәһенә етәксе итеп тәғәйенләнгән йәш белгес - Илһам ЙОСОПОВ тап шундайҙарҙан. Контроль-күҙәтеүгә бәйле яуаплы вазифала бер ай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, урман эшен яҡшы белә ул. Иңендә – өс йыл Тирлән урмансылығында инспектор, ике йыл ярым Белорет район-ара федераль дәүләт урман-янғын күҙәтеүе бүлегендә әйҙәүсе белгес тәжрибәһе. Белемде баҫҡыслап туплаған: тәүҙә - Өфө урман-техника техникумы, шунан - бакалавр, һәм 2025 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының магистр дипломына эйә булған.

Илһам Ғәлләм улының ҡул аҫтында татыу, берҙәм, ярҙамсыл коллектив - өс инженер, ике урман ҡараусы менән ике инспектор эшләй.

- Кеше етешмәй, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Айырыуса урман янғындары ҡупҡанда был мәсьәлә ныҡ бәкәлгә һуға. Уҙған аҙнала, мәҫәлән, Ирәкташта 7,5 гектар майҙанда ҡоторонған янғынды һүндереү өсөн кешеләр техника үтә алмаған ерҙә, тау-таш, йығылған ағастар аша, үргә табан һыу ташыны. Үрт сәбәбе билдәле - туристар ҡалдырған усаҡ. Тикшереү эштәре бара ла бит, әммә төрлө тарафтарҙан ағылған төркөмдәр араһында ғәйеплеләрҙе табыу икеле. Әле юғары янғын хәүефе арҡаһында, бер нисә районда, шул иҫәптән Тирлән участкаһында ла, 28 сентябргә ҡәҙәр урманға инеү сикләнгән. Әммә кеше вайымһыҙ - тыйыуҙарға ҡарамай, йә йәйәүләп, йә мотоцикл-квадроциклдарҙа урман гиҙеүен белә. Ә бит таш өҫтөндәге ҡоро мүккә төшкән тәмәке төпсөгө лә янғын сығанағы, - ти етәксе көрһөнөп.

Илһам Йосопов үҙе лә урман янғындарының береһендә мөғжизә менән генә тере ҡалған кеше. 2023 йылда Тирлән урман участкаһындағы 350 гектар майҙанда, тау-ҡаялы урында, көслө янғын сыға. Был йәш белгес өсөн тәүге ауыр һынау була - утты һүндергән саҡта уның өҫтөнә янған ағас ауа. Етди зыян күреп, ярты йыл дауаханала ята ул. “Эшем шул бит, хәүеф-хәтәрен яҡшы беләм”, - ти ул зарланмай-нитмәй һалҡын ҡанлылыҡ менән.

Ә бына әле янғын, әле законһыҙ ағас ҡырҡыусылар, талаптарҙы үтәмәүселәр менән көрәшкән урман һаҡсыларының яҡындарына ниндәй түҙем-тәҡәткә эйә булырға кәрәк икән һуң?! Илһам Йосопов - ҙур, татыу ғаилә башлығы. Хәләле Эльвира менән Алина, Эльзира, Азат исемле аҡыллы, рухлы балалар үҫтерәләр. Өсөһө лә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында белем ала. Үҙен һәр саҡ аңлап, хуплап торған яҡын кешеләре булғанғалыр ҙа, бәлки, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, башланғыстары уңышлылыр ир-аҙаматтың.

Бына шулай, остаздарҙың - тәжрибәһе, йәштәрҙең тәүәккәллеге арҡылы урмансылыҡ эше яйлап яңы кимәлгә күтәрелә, заманлаша, камиллаша. Иң мөһиме, ни тиһәң дә, был тармаҡта эшләргә теләүсе мөкиббәндәр юҡ түгел. Тимәк, ер һулышы - урмандар ҙа әллә күпме быуындарға, дәүерҙәргә етер.

Үҙ сиратыбыҙҙа, мәҡәлә геройҙарының изге теләктәренә ҡушылып, барлыҡ урманхужалығы хеҙмәткәрҙәрен,тармаҡ ветерандарын һөнәри байрамдары айҡанлы ҡотлайбыҙ. Һәммәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, еңел булмаған эштәрендә көс-кәр, именлек,уңыштар насип булһын

Урман һағында тора ирәмле ирҙәр
Урман һағында тора ирәмле ирҙәр
Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас