Йыр-моңға, таҡмаҡҡа маһир Үткәл ағинәйҙәре, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, ҡымыҙ, буҙа менән ҡаршы алды. Ѳй туйлау байрамын ойоштороусы, күптән түгел Үткәл ауылының ағинәйҙәр етәксеһе итеп һайланған Фәрзәнә Хәйбуллина ҡунаҡтарҙы Башҡорт өйөнә әйҙәне. Үткәл ағинәйҙәренең шатлығын уртаҡлашырға, өй туйларға район-ҡала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Земфира Кәримова етәкселегендәге - Сосновка, Римма Ғәлимйәнова етәкселегендәге - Үҙәнбаш, Хәлимә Әфләтунова етәкселегендәге Рысыҡай ағинәйҙәре, Шығай ауылынан ағинәй Зилә Сәйфуллина килгән. Хәҙер инде бөхтә итеп йыйыш-тырылған, стеналарҙа башҡорт милли кейемдәре, ағинәйҙәрҙең тилбер бармаҡтары менән сигелгән таҫтамалдар, урҙаға эленгән суҡлы шәлдәр, урындыҡ ѳҫтѳндәге әрмәккә теҙелгән ҡорама юрғандар, һандыҡ, бәпәй бишеге һәм башҡа әйберҙәр менән йыһазландырылған Башҡорт өйө күҙҙе ҡыуандырып балҡып ултыра. Бөхтә итеп йыйыштырылған ыҡсым ѳйҙѳ күргән ағинәйҙәр һоҡланыуҙарын йәшермәй, ихлас ҡыуандылар. Бер яҡта Камил Йәнгәрәев сығарған ыҡсым мейес үҙенә саҡырып "кѳлѳп" тора. Өҫтәлгә теҙеп һалынған, төрлө ойошмаларҙан тапшырылған Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ағинәйҙәрҙең тырыш хеҙмәте хаҡында һөйләй.Төрлө тарафтарҙан өй туйларға йыйылған ағинәйҙәр изге теләктәрен белдереп, Башҡорт өйө хужабикәләренә бүләктәр бирҙе. Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Ян-баеваның ҡултамғаһы ҡуйылған Танытманы Үткәл ағинәйҙәре етәксеһе Фәрзәнә Сәмситдин ҡыҙына тапшырҙы. Уға был изге эштә уңыштар теләне. Шулай уҡ Үткәл ағинәйҙәре өй туйлау йолаһын күрһәткәндәре өсөн "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Башҡорт өйөн булдырыуҙа ҙур эш күрһәткән, ауылда ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереп, район, ауылдың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашҡан Бибисара Ғаззал ҡыҙына ла бик күп маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре әйтелде һәм ике йыл етәксе бурысын башҡарған ағинәй "Урал" гәзитенең, район-ҡала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хатына, күстәнәс бүләгенә лайыҡ булды. Ѳй туйлау йолаһы бик күркәм, матур сараға әйләнде. Ғѳрѳф-ғәҙәт буйынса һамаҡлап теләктәр әйтелде, йырҙар йырланды.Башҡорт ѳйѳн күреп күңелдәре булған ағинәйҙәрҙе ауыл мәҙәниәт йортона саҡырҙылар. Унда ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән "Үткәл" халыҡ фольклор ансамбле ҡаршыланы. Әйткәндәй, был фольклор ансамбле ағзаларының күбеһен күңел донъяһы йыр-моңға маһир, матурлыҡҡа, рухиәткә ынтылған ағинәйҙәр тәшкил итә.
Эйе, ауылдарға йән өрөүсе, эшһө-йәр, илһөйәр, милләт ҡото булған ағинәйҙәрҙең төп бурыстарының береһе - үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләү, уларға өлгө булыу, һәр яҡтан да үрнәк күрһәтеү. Ошо йәһәттән улар мәктәптә балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, йәйге матур мәлдәрҙә мәктәп уҡытыусылары, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уйындар үткәрә. Балаларҙың күңеленә иман нуры ла һала улар.Халыҡ мәҙәниәтен, башҡорт телен, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, тергеҙеү бурысы үҙ иңендә икәнен аңлаған ағинәйҙәр ошо юҫыҡта әллә күпме эштәр башҡара. Бөгөн дә ағинәйҙәр Башҡорт өйөн туйлау йолаһын күрһәтеп, онотолмаҫ хистәр, матур тәьҫораттар бүләк итте.Ҡунаҡтар Үткәл мәҙәниәт йорто артистарының, мәктәп уҡытыусыларының, уҡыусыларының, китапхана хеҙмәткәрҙәренең сығыштарын һоҡланып ҡараны. Үткәлдең иң кескәй артистары - Азалия Мырҙабаева менән Тимур Шәғәлин ҡатнашлығында "Дуҫлыҡ", "Кәкүк сәйе", уҡытыусылар башҡарыуында "Буҙа" бейеүе, ҡумыҙсылар ансамбле кѳйҙәре, халыҡ йырҙарын башҡарған инәйҙәрҙең сығышы барыһына ла оҡшаны. Бейеүҙән, йыр-моңдан дәртләнгән ағинәйҙәр үҙҙәре лә концерт номерҙарын бүләк итте. Артабан ағинәйҙәрҙе ауыл мәсетенә саҡырҙылар. "Зөлфәр" мәсетендә ҡунаҡтар намаҙ тыңланы, һуңынан мәсет ихатаһында әҙерләнгән буҙа, ҡымыҙҙан ауыҙ итте. Аш-һыуға оҫта, алтын ҡуллы хужабикәләрҙең ѳҫтәле мул, тәмле ризыҡтарҙан һығылып тора. Ҡаҙанда бешерелгән аштан, боҫрап торған самауырҙарҙан сәй эсте ҡунаҡтар.