Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Сентябрь 2021, 14:50

Иҙел башында - “Ағиҙел” бард фестивале

Ағиҙел йылғаһы буйындағы "Ете егет" янында “Ағиҙел-2021” I Асыҡ автор йыры фестивале үтә.

Иҙел башында - “Ағиҙел” бард фестивале
Иҙел башында - “Ағиҙел” бард фестивале

"Белорет районының үҙенсәлеге булырҙай фестиваль ойоштороу тураһында күптән уйлана инек. Элек беҙҙә “Урман микрофоны”, “Еләкле аккорд” үтә ине. Һуңғыһы ике йыл туҡтап ҡалды. Ҡатнашыусылар күп кенә була торғайны. Бард башҡарыусылар менән аралаштыҡ һәм ниндәйҙер яңы сара кәрәклеген аңланыҡ, - ти район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. – Бер йыл элек әҙерлек башланыҡ: сараның атамаһын, урынын билдәләнек, ойоштороу комитеты төҙөнөк. Бағыусылар ҙа табылды. Шулай итеп, “Ағиҙел” барлыҡҡа килде. Әлбиттә, фестивалдең танылыу алыуын, үҫешеүен, билдәле һәм әлегә йәш бардтарҙы, ғөмүмән, автор йырын яратыусыларҙы бергә туплауын теләйем".

"Мин элегерәк үҙем дә гитарала уйнай торғайным. Кеше йыр башҡарған саҡта донъяуи мәшәҡәттәрҙән арына, шул мәлдең матурлығын тоя, - ти сараның ҡунағы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың вице-спикеры Эльвира Айытҡолова. – Әлеге ваҡытта кешеләр өсөн тәбиғәткә сығып, нимәнелер ҡарау ғына түгел, ваҡытты файҙалы уҙғарыу ҙа бик мөһим. Был фестивалде булдырғас, туристар өсөн картала тағы бер ҡыҙыҡлы урын барлыҡҡа килде. Туризм йәһәтенән бик ҙур мөмкинлектәргә эйә булған Белорет кеүек төбәктәр өсөн “Аҡ йылға” һымаҡ брендлы саралар мәҙәниәт, сәнғәт, туризм йәһәтенән генә түгел, иҡтисади күҙлектән дә – аҡса, төбәккә иғтибар йәлеп итеү буйынса ла бик мөһим. Бынан тыш, ошондай саралар грантҡа лайыҡ. Күреүегеҙсә, мөмкинлектәр, ә иң мөһиме – район етәкселегенең проектты үҫтерергә теләге бар".

Сараның тәүге көнө “Һаумы, фестиваль” концерты менән асылды. Ҡатнашыусылар алдында ҡунаҡтар – Мәскәүҙән Юлий Ким, Андрей Козловский, Һамарҙан Александр Вольдман, Екатеринбургтан "Чистая река" кантри-фолк төркөмө, Түбәнге Тагилдан "Без сомнения" триоһы, Силәбенән Михаил Богуславский, Өфөнән Рәмил Баҙамшин һәм башҡалар сығыш яһаны.

Төп программа кисә, 4 сентябрҙә, үтте. Ул ике турҙа – тыңлау һәм конкурс концерты рәүешендә ойошторола. Өлкәндәр менән бер рәттән балалар коллективтары ла ҡатнаша. Бында ижади оҫтаханалар, спорт уйындары, сауҙа, ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған. Фестивалдең төп өлөшөн ҡунаҡтарҙың, автор йыры клубтары ағзаларының, Башҡортостан, Урал һәм Волга буйы төбәктәре бардтарының сығыштары тәшкил итә.

Сара бөгөн, 5 сентябрҙә, ябыла. Был көндә гала концерт һәм конкурс еңеүселәрен бүләкләү ҡаралған.

Фото: Белорет районы хакимиәте.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: