Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2021, 10:46

Йырсы Валерия Сибайға киләсәк

10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.  

Йырсы Валерия Сибайға киләсәк
Йырсы Валерия Сибайға киләсәк

Форум программаһы эшлекле һәм мәҙәни сараларҙы үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, ҡунаҡтарҙы бай программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар - көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ.

Форум ҡунаҡтарының береһе - Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерия. Мәскәү ҡунағы киске 22.00 сәғәттә сәхнәгә сығасаҡ. Мәҙәни-күңел асыу программалары Үҙәк майҙанда 15.00 сәғәттә башлана. Сибай артистары, коллективтары менән бер рәттән, йырсы KARINA һәм башҡа Рәсәй йондоҙҙарының сығыштары көтөлә.

Байрам сағыу фейерверк менән тамамлана.

Барлыҡ саралар санитар талаптарға ярашлы ойоштороласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: