Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2021, 15:01

Мәҙәниәт учреждениеларында коронавирусҡа бәйле сикләү саралары көсәйтелде

Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм Өфө театрҙары, Башҡорт филармонияһы директорҙары ҡатнашлығында брифинг уҙҙы.

Мәҙәниәт учреждениеларында коронавирусҡа бәйле сикләү саралары көсәйтелде
Мәҙәниәт учреждениеларында коронавирусҡа бәйле сикләү саралары көсәйтелде

Брифингта хәбәр итеүҙәренсә, республикала эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуына бәйле Мәҙәниәт министрлығы яңы коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән хәүефһеҙлек сараларын көсәйтә.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бойороғона ярашлы, 27 сентябрҙән театр-концерт берләшмәләренә инеү өсөн вакцинация үтеүҙе раҫлаған QR-код йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә, йә иһә медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы хаҡында белешмә кәрәк.

Талап ителгән документтарҙы күрһәтеү мөмкинлеге булмаһа, һатып алған билеттарҙы кире тапшырырға мөмкин.

Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу (битлек кейеү), учреждениеларға ингәндә тән температураһын үлсәү һәм социаль арауыҡты һаҡлау мотлаҡ.

«Башҡортостанда йәшәүселәрҙең сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ. Әлеге саралар инфекцияның таралыуын туҡтатыуға йүнәлтелгән»,— тип белдерҙеләр Мәҙәниәт министрлығында.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: