Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2021, 13:13

“Туған тел - изге аманат”

Кисә, 17 декабрҙә баш ҡалала, «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Туған тел – изге аманат» республика ата-әсәләр форумы ҡатнашыусылары менән осрашты.

“Туған тел - изге аманат”
“Туған тел - изге аманат”

Сара алдынан республика етәксеһе «Акбуҙат» журналының 30 йыллығына, «Тамыр» телеканалы башҡорт ырыуҙары ғаиләләренә арналған күргәҙмә менән танышты.
Осрашыуҙы асып, Радий Хәбииров башҡорт телендә сығыш яһаны.
– Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, коллегалар! Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең менән күптән осрашырға теләгәйнек. Сөнки фекерҙәребеҙ бар, һеҙҙең менән дә кәңәшләшергә кәрәк. Һеҙ беләһегеҙ, күп энергия, ваҡытыбыҙ коронавирус менән көрәшеүгә китә. Әммә бына бөгөн осраштыҡ, йыл аҙағында бергәләп мөһим һорауҙар буйынса кәңәшләшәйек, – тине Радий Хабиров.
Республика етәксеһе Ата-әсәләр форумы - Башҡорт теле аҙнаһын тамамслаусы сара, тип билдәләне.
– 14 декабрҙә беҙ Башҡорт теле көнөн билдәләнек. Был байрам – Бөтә донъя башҡортарының иң шәп башланғыстарының береһе. Был көн юҡҡа һайланмаған. Был көндә бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө билдәләнә, - тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, Бишбүләк районында муниципалитет гимнын биш телдә башҡаралар: рус, башҡорт, татар, сыуаш, мордва телдәрендә.
– 2024 йылға Башҡортостанда 10 полилингваль гимназия булдырыласаҡ, улар республика киләсәгенең локомотивы булырға тейеш. Өс учреждениены беҙ сафҡа индерҙек һәм беҙ был ниәткә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Иң мөһиме – улар ябай мәктәпкә әүерелмәһен. Уларҙа иң шәп уҡытыусылар эшләргә, иң яҡшы уҡытыу алымдары ҡулланылырға тейеш. Нефтекамала татар полилингваль гимназияһын астыҡ, Мишкә районында мари гимназияһы буласаҡ. Унан тыш, сыуаш теле тәрәндән өйрәнеләсәк муниципалитет билдәләнәсәк, унда ла полилингваль учреждение булдырыласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы туған телде өйрәнеүҙә заман алымдары етешмәй, тип билдәләне. Башҡорт телен үҫтереү фонды яңы алымдар булдыра һәм был йүнәлештә эште дауам итеү зарур. Унан тыш, район-ҡалаларҙа туған телдә аралашыу урыны булған балалар-ата-әсәләр үҙәктәре будырыу мөһим, тине республика етәксеһе.
Унан тыш, тарихи иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү мөһим.
– Беҙ республикала Ҡайтарылған исемдәр музейы булдырабыҙ. Унда беҙҙең данлыҡлы милләттәштәребеҙҙең экспозициялары булдырыласаҡ. Һүҙ Миңлеғәли Шайморатов, Таһир Кусимов һәм башҡалар тураһында бара, - тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, 2020 йылда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, ул 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән.
– Бөгөнгө Ата-әсәләр форумы Башҡортостан Башлығы гранты сараларына үткәрелә. Уға әҙерлек барышында беҙ ҙур аналитик эш башҡарҙыҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса, полилингваль гимназияларҙа һәм милли мәктәптәрҙә балаларын уҡытҡан ата-әсәләрҙең 80 проценты уҡытыу сифаты менән ҡәнәғәт. Күпселек ата-әсәләр туған телдәрҙе өйрәнеү яуаплығы дәүләт, власть иңендә ята тип билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең 30 проценты ғына уҡытыу пландарын формалаштырыуҙа ҡатнаша. Уларҙың өлөшө күпкә ҙурыраҡ булырға тейеш, - тине Эльвира Айытҡолова.
Осрашыу барышында Башҡортостан башлығы форум ҡатнашыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Ул был сараны даими итеү башланғысын хупланы, уны Башҡорт теле уҡытыусылары форумы менән берләштергәндә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, тине.
Форум ҡатнашыусыһы Ләйсән Әхмәтшина башҡорт телендәге контенттты киңәйтеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Радий Хәбиров был йәһәтәттән һуңғы йылдарҙа башҡорт телендә донъя күргән китаптарҙың, методик ҡулланмаларҙың һаны бермә-бер артты тип билдәләне.
– Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына баш ҡаланың китап магазиндарында башҡорт телендәге китаптарҙың һаны буйынса мониторинг яһарға ҡушҡайным. Кәрәк булһа, тиражды беҙ мотлаҡ арттырасаҡбыҙ. Тиҙҙән режиссёрҙар һәм сценаристар менән осрашыу ойошторорға ниәтләйем, унда ла был мәсьәлә күтәреләсәк. Унан тыш, «Тамыр» телеканалы башҡорт телендә бик матур программалар эшләй һәм аяғында ныҡлы баҫып тора, - тине Радий Фәрит улы.
Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестры етәксеһе, полковник Азат Шахмөхәмәтов Башҡортостан Башлығына йыл һайын Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда үткән халыҡ- ара «Спасская башня» фестивалендә ҡатнашыу өсөн башҡорт тынлы оркестры булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм республиканың Мәҙәниәт минстрлығына республиканан ғариза төҙөргә ҡушты.
Унан тыш, ошоға оҡшаш фестивалде республикала ла, Совет майҙанында, 2022 йылда уны төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, ойошторорға мөмкин. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был йәһттән төрлө варианттар ҡарала, тип белдерҙе.
Шулай уҡ, һөйләшеү барышында йәмәғәт киңлектәрендә башҡорт теле элементтарын индереү мәсьәләһен телгә алды. Мәҫәлән, төбәк һәм төбәк-ара юлдарҙа башҡорт телендәге юл знактары ҡуйыла башлаған.
Режиссёр Булат Йосопов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге сиктәрендә киләһе йылды Мәҙәниәт йылы итеп иғлан итергә тәҡдим итте, шулай уҡ, башҡорт телендәге фильмдарҙы прокатҡа сығарыуҙа ярҙам күрһәтергә үтенде.
Радий Хәбиров уға «Беренсе республика» фильмы өсөн рәхмәт әйтте, уның мәҙәниәт йылы буйынса башланғысын хупланы.
– Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән беҙҙең матур даталарыбыҙ бар: Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө. Унан тыш «Ос!» мәктәп программаһы сиктәрендә милли бейеүҙе үҫтереү зарур. Бөгөнгө осрашыу бик фәһемле булды. Беҙ һеҙҙең ҡыҙыҡлы, төрлө башланғыстарығыҙҙы хупларға әҙербеҙ, – тине Республика Башлығы.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаларына юғары наградалар тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: