Республика Башлығы уҡыу йортоноң кластарын, хореография залдарын, музей һәм дөйөм ятаҡты ҡарап сыҡҡандан һуң, колледж тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ республика, ил һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары матур сығыштарын да ҡараны.
Сығыш яһаусылар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсында Гран-при яулаған Инйәр район мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле тәрбиәләнеүсеһе Илвир Мырҙағәлин да бар ине. Еңеүсе Радий Хәбиров һәм ҡунаҡтар алдында "Машрут" бейеүен күрһәтте.
Башҡортостандың етәксеһе ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программаһы тураһында ла һөйләп үтте. Уға ярашлы, ауыл мәҙәниәтен үҫтереүсе хеҙмәткәрҙәргә 500 мең һумлыҡ грант тапшырыла.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурын үткәреү хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, быйылғы еңеүселәр – Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе осрашыуға килгәйне. Ғаилә башлығы – Стәрлетамаҡ рус драма театры актеры Артур Ишмөхәмәтов.
Ишембай районының Маҡар ауыл мәҙәниәт йорто директоры Гөлиә Көмөшбаева 38 йыл ошо өлкәлә эшләй. Ул быйыл иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәре булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республика Башлығы кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин уға мәҙәниәт һәм сәнғәткә булышлыҡ ҡылғаны өсөн рәхмәт әйтте һәм “Яңы моң” проекты тураһында һөйләп үтте.
Башҡортостандың Милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин коллективтың ил буйлап уңышлы гастролдәре хаҡында бәйән итте. Икенсе йылға оркестрҙы Мәскәүҙә һәм хатта Берлинда көтәләр.
Быйыл үткән II “Тамға” конкурсы еңеүселәренең береһе Айгөл Ғәлиуллина конкурста ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттары һәм алдағы ниәттәре менән уртаҡлашты. Республика етәксеһе Мәҙәниәт министрлығына Өфөлә Милли мода йорто төҙөү мәсьәләһе буйынса эшләргә ҡушты.
Ә. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Арыҫлан Абдрахманов Сергей Довлатовҡа бағышланған “Ҡәләм һынау” әҙәби конкурсында еңеп сыҡҡайны. Ул күренекле яҙыусының исеме Өфөләге бер скверға бирелһә ине, тигән теләк белдерҙе, Радий Хәбиров быны хупланы.
Башҡортостан Башлығы Мәҙәниәт министрлығына театр коллективтарына грант ярҙамын ҡарау бурысын йөкмәтте.
#МыВместе Халыҡ-ара премияһының “Мәҙәни мираҫ” номинацияһындағы призер Ростислав Савельев мәҙәниәт үҫешендә ирекмәндәрҙең роле тураһында һөйләне. Р.Хәбиров уларҙың ярҙамын юғары баһаланы һәм уның 2024 йылда тағы ла Башҡортостанда үтәсәк масштаблы фестиваль – беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһында ла кәрәгерен билдәләне.
Осрашыу аҙағында Р. Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Юғары наградаларға лайыҡ булыусылар араһында виртуоз ҡурайсы, төрлө юғары исемдәргә лайыҡ булған Мөхәмәт Түлебаевтың булыуы ла ҡыуандырҙы. Ир уҙаманы Башҡортостан Ресмпубликаһының дәүләт наградаһы - Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнде.
Шулай уҡ, тамырҙары Инйәр төбәгенән булған, Мәжит Ғафури исемендәге академик драма театры артисы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева ла "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" исеменә лайыҡ булды.