Мәҙәниәт
11 Января 2022, 06:59

Балаларға ҡыуаныс өләшеүсе

Береш ауыл мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында Яңы йыл байрамдары һәр ваҡыттағыса күңелле үтте. Балалар йырлап-бейеп кенә ҡалманы, ә матур бүләктәр ҙә алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларға ҡыуаныс өләшеүсеБалаларға ҡыуаныс өләшеүсе
Балаларға ҡыуаныс өләшеүсе

Үҙ сиратыбыҙҙа, йыл һайын шәп бүләктәр менән ҡыуандырыусы, бөтөн сараларҙа матди ярҙам күрһәтеүсе ауылыбыҙҙың ихтирамлы кешеһе Азамат Фәтҡислам улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Кескәйҙәрҙең шатлығын күреү беҙҙең өсөн икеләтә һөйөнөс.

Киләсәктә яҡташыбыҙға эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, балалар шатлығы, бар изге ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ауылыбыҙҙа шундай ярҙамсыл, иғтибарлы, йомарт кешеләр булыуына ихлас ғорурланабыҙ! Ҙур рәхмәт Һеҙгә!

Флүзә МӨХӘМӘТШИНА.

Береш ауылы.

 

Автор: