Тарих уҡытыусыһы Эльвира Сәйәхова менән берлектә ойошторолған сараның төп маҡсаты - Бөйөк ватан һуғышының иң фажиғәле һәм героик ваҡиғаларының береһе - Ленинград блокадаһы тураһында мәғлүмәт еткереү, йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү, Бөйөк ватан һуғышы йылдарында ил халҡының рух көсөн, ҡаһарманлығын күрһәтеү ине.
Уҡыусылар Бөйөк ватан һуғышының ҡайғылы һәм шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ уятыр тарихи биттәре менән танышты, “Блокада”, “Ғүмер юлы” һүҙҙәренең нимә аңлатыуын, ҡала халҡының ауыр хәле, батырлығы тураһында белде. Айырыуса үҫмерҙәрҙе Таня Савичева исемле бәләкәй ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы тетрәндерҙе.
Сарала О. Бергольц, В. Инбер, Ю. Воронова, В. Суслованың шиғри әҫәрҙәре яңғыраны, “Ленинградтың бөйөк ҡаһарманлығы” презентацияһы, “Ленинград. Блокада. Һуғыштың ҡот осҡос хроникаһы” документаль фильмы күрһәтелде. Хәрби дан көнө уңайынан әҙерләнгән “Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ!” тигән китап күргәҙмәһе лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ҡаһарманлыҡ дәресе герой-ҡала хөрмәтенә иғлан ителгән тынлыҡ минуты менән тамамланды.
Ольга ҒӘЛИУЛЛИНА,
Шығай ауыл Тамъян модель китапханаһы мөдире.