Алтынсы тапҡыр ойошторолған мәртәбәле ярышнамәнең финал турында быйыл Белорет, Учалы, Әбйәлил, Архангел райондарынан 17 яңғыҙ башҡарыусы һәм 11 бейеү коллективы ҡатнашты. Конкурсанттарҙы мәшһүр яҡташыбыҙ Риф Ғәбитов, ҡала Мәҙәниәт һарайының директоры, “Забава” өлгөлө бейеү коллективы етәксеһе Артур Ибраһимов, Сермән балалар сәнғәт мәктәбе директоры Зинира Дәүләтова баһаланы.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса, бейеүселәрҙең “Еҙ үксә”зона конкурсының тиңһеҙ еңеүсеһе тип, “Генерал Игеҙәков” бейеүе менән Инйәр ауылынан Айгиз Мортазин (етәксеһе Хәбир Мортазин) билдәләнде. Барлыҡ еңеүселәр аҡсалата приз һәм Дипломдар менән бүләкләнде.
Сара тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.