Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март 2022, 15:38

Һынлы сәнғәткә индергән өлөшө юғары баһаланды

Рәссамдар ижади союзы тарафынан ойошторолған дини экспозиция «Рәсәй – минең тарихым» мультимедия паркында урын алды.

Һынлы сәнғәткә индергән өлөшө  юғары баһаланды
Һынлы сәнғәткә индергән өлөшө юғары баһаланды

150 авторҙы берләштергән сарала икона, мозаика, графика һәм фотоһүрәттәр тәҡдим ителде. Бай йөкмәткеле күргәҙмәне асыу тантанаһында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы авторы Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты.

Күргәҙмәлә экспозицияны ойоштороуға ярҙам иткән рәссамдарға Рәхмәт хаттары һәм наградалар тапшырылды. 1917 йылдың Октябрь революцияһына бағышланған күсмә күргәҙмә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә асыласаҡ. Проект ил тарихы өсөн мөһим ваҡиғаларҙы заманса ҡараш аша иҫкә алыу өсөн ойошторолдо.

Ватан һынлы сәнғәте үҫешенә өлөшөн индергән яҡташыбыҙ, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Айгөл Усманова Рәсәй рәссамдары ижади союзының «Һынлы сәнғәткә индергән өлөшө өсөн» миҙалы менән наградланды.

Юғары награда ижад кешеләренә сәнғәт өлкәһендә шәхси проекттар, уны ойоштороу һәм ижади конкурстарҙа уңышлы сығыш яһауы өсөн тапшырыла.

Айгөл Баһиман ҡыҙы Башҡортостан рәссамдары менән 20 йылға яҡын хеҙмәттәшлек итә. Ул республика рәссамдары тураһында 50-гә телевизион программа әҙерләгән. Айгөл Усманова республикала һәм уның сиктәрендә үткәрелгән художество күргәҙмәләренең ойоштороусыһы һәм кураторы ла. Рәсәй рәссамдары ижади союзы бүлексәһенең төбәк идараһы ағзаһы республиканың билдәле рәссамдары менән берлектә көмөш миҙалға лайыҡ булыуына ғәжәпләнәһе түгел. Ул быға һис һүҙһеҙ лайыҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: