Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2022, 09:30

"Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!"

Ошо көндәрҙә Бөрйәндә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҙур сара - "Ижади майҙан" проекты старт алды.

 Беренсе семинарҙы нәҡ Бөрйәндә - Шүлгәнташ мәмерйәһе, тау-ҡаялар төйәгендә, Урал батыр хаҡында халыҡ хәтере һаҡланған, телен, рухын, аҫабалыҡты тотҡан ерҙә үткәреү ҙур мәғәнәгә эйә булды.
Бөрйән районы үҙәгенә 8 райондан килгән ҡоролтай вәкилдәре йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов ҡаршылап:

- "Ижади майҙан" проектының нәҡ Урал батыр төйәге - Бөрйән ерендә старт алыуы бик урынлылыр, тип уйлайым. Сөнки һәр һуҡмағы, һәр ташы тарих һөйләүе менән билдәлелек алған еребеҙ "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Бабсаҡ менән Күсәк" кеүек күп кенә эпостарҙы тыуҙырған һәм батырҙарыбыҙҙың изге эҙен һаҡлай. Бөгөн райондаштарыбыҙ менән халҡыбыҙҙың милли мираҫын һаҡлап ҡалырға тырышып йәшәйбеҙ. Демографик яҡтан ҡарағанда ла, Бөрйән республикабыҙҙа тәбиғи үҫеш яғынан милләтебеҙ һанын һаҡлаған райондарҙың береһе булып тора. Милли составҡа иғтибар итһәк, башҡорттар 98,5 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта башҡа милләт вәкилдәре лә башҡортса яҡшы һөйләшә. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре артабан да үҫеш алып, ҡатнашыусыларға яңы мөмкинлектәр асыр, туризмды үҫтерер, мәҙәни һәм рухи мираҫ кеүек ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итер, тип ышанам,
тине ул.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы концепцияһы менән таныштырып:

- "Маҡсатлы аудиторияға башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ ҡиммәттәрен нисек еткерергә?" - был тематик йыл саралары планын төҙөгәндә төп һорау булды. Йүнәлештәрҙең һәр ҡайһыһы башҡорт халҡының бай этномәҙәниәтенән айырым өлөштө алып тора. "Ижади майҙан" район-ҡала мәғариф, йүнәлтелгән - нәҡ улар ошо өлкәлә халыҡ менән туранан-тура эшләй. Бындай семинарҙарҙы Башҡортостандың һәр районы вәкилдәре менән йыл дауамында үткәрәсәкбеҙ һәм унан һуң да дауам итербеҙ тип ышанам,
тине ул

"Ижади майҙан" күсмә комплекслы сараһында "Кинематография", "Әҙәбиәт", "Аҡбуҙат" майҙансығы, "Урал батыр" мәктәбе, "Театр һәм үҙешмәкәр видеосюжеттар ҡуйыу", "Һүрәт тѳшѳрѳү һәм ғәмәли сәнғәт", "Рухи-әхлаҡи тәрбиә", "Йәштәр", "Аҡһаҡалдар ҡоро" - 9 майҙансыҡ эшләне. Майҙансыҡтарҙы Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, "Аҡбуҙат" балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, "Аҡ тирмә" милли мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академияһы драма театры актеры Алмас Әмиров, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова, Өфө сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Йәлил Сөләймәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ата-әсәләр комитеты рәйесе, хоҡуҡ белгесе Руслан Биккинин, Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп алып барҙылар.
Сара барышындағы семинарҙарҙың төп маҡсаты - райондарҙың мәҙәниәт, мәғариф, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында билдәләнгән төп сәнғәт йүнәлештәре буйынса профессионалдар менән осрашып, тәжрибә тупларға ярҙам итеү ине.
Ошо йәһәттән ҡоролтай Урал аръяғы райондарынан йыйылған һөнәр эйәләре өсөн бик файҙалы булды. Ҡоролтайҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ҡуйған "Ауыл уҡытыусыһы" тамашаһы мәктәп, уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсә араһындағы мөнәсәбәттәр теҙмәһе менән уны ҡараған һәр кемде тетрәтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән "Ижади майҙан" күсмә комплекслы сараның икенсе өлөшө ҡыпсаҡ ере - Әбделмәмбәттә дауам итте. Төрлө райондарҙан килгән ҡоролтай вәкилдәрен ҡыпсаҡ ерендә тирмәләр ҡороп, бай күргәҙмәләр ҡуйып, аш-һыу әҙерләп ҡаршы алдылар. Конкурста биш ауылдан килен һәм ҡәйнәләр ҡатнашты. Улар барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, конкурсты байрамға әйләндерҙеләр - сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы әсир иттеләр.
Ҡоролтайға Белорет районы һәм ҡалаһынан 15 делегат барҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илгиз Теләүбаев, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, мәғариф идаралығының башҡорт теле буйынса методисы Лариса Әхмәтшина, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина, кинематографист Вадим Бирғәлин, ата-әсәләр комитетынан Айгөл Вәлиева, йәштәр комитетынан Фейсал Мөхәмәтйәнов, Мәүлит Ямалетдинов исемендәге "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошма рәйесе Мәүлит Кәримов, художество мәктәбенән Венера Мостафина, Эсмиральда Погорелова, Самира Махмадрахимова. Улар араһынан ҡаланың 20-се мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова, Инйәрҙең 2-се мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әлиә Саматова йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә әүҙем эш алып барғандары өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ҡоролтай беҙҙең район-ҡала делегаттары өсөн бик фәһемле булды. Һәр кем үҙ майҙансығында ҡатнашып тәжрибә туплап, көс-дәрт алып ҡайтты.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: