Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март 2022, 16:08

Иҙел башы ике атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәренә артты

Ҙур республикабыҙҙың береһендә лә беҙҙеке кеүек күп ижад кешеләре юҡтыр. Һәр бер ғаиләлә тиерлек йырлайҙар, бейейҙәр, һүрәт төшөрәләр, уйлап табалар, ижад итәләр, сәнғәт менән шөғөлләнәләр. Хатта династиялар ҙа үҫеп сыҡҡан.

Иҙел башы ике атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәренә артты
Иҙел башы ике атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәренә артты

Һәр ауылда тиерлек сағыу, үҙенсәлекле ижад коллективтары бар. Күп милләтле мәҙәниәте булған Иҙел башында һөнәр кимәле лә юғары һәм күп ҡырлы. Районыбыҙ күп йыллыҡ традициялары, оҫта педагогтары, төрлө жанр һәм йүнәлештәге талантлы музыканттары, артистары, рәссамдары, шағирҙары менән дан тота.
Театр, музей, китапхана, мәҙәниәт йорттары үҙҙәренең сағыу сығыштары, күргәҙмәләре, башҡа мәҙәни ваҡиғалары менән билдәле.
Иҙел башында 32 Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре бар. Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан ошондай уҡ маҡтаулы исемде Сәғилә Мырҙағәлина һәм Гүзәл Серегина ла алды.
Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Мырҙағәлина шәп ойоштороусы һәм етәксе. Шул уҡ ваҡытта матур йырлай ҙа, "Тау шишмәһе", "Россияночка" халыҡ вокаль ансамблдәре йырсыһы. "Елмерҙәк" башҡорт халыҡ театры һәм "Ҡолонсаҡ" балалар өлгөлө театры ойоштороп, уларҙы уңышлы етәкләй. Вокал, бейеү конкурстарында ла ҡатншырға өлгөрә ул. Етәксене балалар ҙа, ололар ҙа берҙәй ихтирам итә.
Гүзәл Мирза ҡыҙы Серегина 1982 йылда Үрге Үүжән балалар музыка мәктәбенә уҡытырға килә. 1992 йылда ошо уҡ мәктәптең директоры булып тәғәйенләнә. 27 йыллыҡ эш дәүерендә оҫта педагогик коллектив туплап, уны һаҡлауға өлгәште. Хореографик һәм художестводы бүлексәләр асылды, фольклор коллективтар булдырылды. Бөгөн мәктәптә төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаған 10 ижади коллективта 140 бала шөғөлләнә. Гүзәл Мирза ҡыҙы үҙе лә сәнғәткә ғашиҡ, йырлай, сығыш яһай, Үрге Әүжән мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлаусы ла.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: