Ҡорама ҡорау - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе ул. Бигерәк тә был эш менән ѳләсәй-инәйҙәр буш ваҡыттарында шѳғѳлләнгән. Ҡорамаға күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп, уны теккән ваҡытта изге теләктәрен дә әйтеп ултырған. Әзекәй ауылы китапханаһында Башҡорт мәҙәни һәм рухи мираҫ йылына арнап, "Ѳйҙѳң ҡото - ҡорама" тигән матур сара үтте.
Ѳләсәй, әсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡы ҡорама бѳгѳн бик ҡәҙерле һәм зауыҡлы. Күңел йылыһын һалып башҡарылған был әйберҙәр хәҙер модаға инеп китте. Күптәр уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай, ҡыҙҙарына, килендәренә, ейәнсәрҙәренә уларҙың килеп сығыу тарихын һѳйләп, артабан бүләккә биреп ҡалдыра. Шулай итеп ҡорама ҡулдан-ҡулға күсеп, үҙе бер тарих, ғаилә ҡомартҡыһына әйләнә. Ҡорама ғаилә тарихының бик күп хәтирәләрен һаҡлай, ѳсмѳйѳш, дүрткел генә туҡыма киҫәктәренең һәр береһенең үҙенең тарихы бар шул.
Әзекәй китапхапханаһында ла уңған апай-инәйҙәр ҡораманан, милли биҙәктәр менән һуғарылған ижад өлгөләренән зауыҡлы күргәҙмә ҡорған. Үҙҙәренең эшләгән ҡул эштәренән ифрат ҡәнәғәт булып, бер-береһенең эшенә һоҡланыу белдереп, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашалар.
Ҡорама байрамын китапханасы Алһыу Мостафина, ауыл мәҙәниәт йорто мѳдире Фәнисә Шәрәфетдинова, ауылдың әүҙем ағинәйҙәре бергәләп йыйылып үткәрҙе. Әлбиттә, сара үткәрер алдынан, Әзекәй ауылының ҡатын-ҡыҙҙары ѳйҙәрендә һаҡланған ҡорама әйберҙәргә ҡарап, үҙҙәре тегеү серҙәренә ѳйрәнә башлай. Был эш бик мауыҡтыра уларҙы. Ошо сараны ойоштороусы Алһыу Мостафина әйтмешләй:
Элекке ваҡытта ҡорама ҡорорға етешһеҙлек, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, хәҙер иһә ҡорама ҡорау ижад эшенә әүерелде. Был ҡул эшендә түҙемлелек, сабырлыҡ та кәрәк. Ҡораманың әһәмиәте лә бик ҙур тип һанаған беҙҙең халҡыбыҙ.
Кисәне яҙыусы, Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылары союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәриха Вәлиуллинаның "Ҡорама" тип аталған китабынан ѳҙѳк сәхнәләштереүҙән башлап ебәрҙеләр. Артабан сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең ҡул эштәре тураһында һѳйләне.
Рафиға Сәғәҙәтова түшелдерек тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе.
Боронғолар бала тыуғас, бала юрғаны теккән. Уны бетеү юрғаны тип тә йѳрѳткәндәр. Был юрғанды тегеүҙә баланың ѳләсәйҙәре йәки уның яҡындары ҡатнашҡан. Был юрған да өсмөйөшлө матур ҡорамаларҙан торған. Ѳләсәйҙәр ҡорама ҡорғанда тик сағыу туҡыма киҫәктәрен генә ҡулланырға тырышҡандар, был эште башҡарғанда тик изге уйҙар уйланған, теләктәр әйтелгән. Бетеү юрғанын әҙерләгәндә ҡорама юрған баланы тѳрлѳ ауырыуҙарҙан, яман күҙҙән, ен-пәрейҙән һаҡлай, тип ышанғандар.
Клара Мостафина үҙе теккән ҡорама юрған тарихын һѳйләп алды:
Халҡыбыҙҙың йола кәсептәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү, халҡыбыҙҙың милли асылын танытыу ололар бурысы тип, "Ѳйҙѳң ҡото - ҡорама" сараһында уҡыусы ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Ағинәйҙәр ҡорама ҡорау серҙәренә ѳйрәтеп, быуындар күсәгилешлеге һаҡланһын өсөн үҙегеҙҙең белгәндәрегеҙҙе ҡыҙҙарығыҙға, килендәрегеҙгә өйрәтегеҙ, тип кәңәштәрен дә әйтеп торҙолар. Был шөғөл менән һәр ҡатын-ҡыҙ булышырға тейештер, сѳнки ҡул эше ҡатын-ҡыҙҙы тынысландыра, уларҙы матурлыҡҡа, ижади эшкә ѳндәй. Үҙ ҡулдарығыҙ менән диван япмаларын, юрған тыштарын ошолай матур итеп тегеп ебәрһәгеҙ, ѳй эсе лә нурланып, матурайып китер, тигән кәңәштәрен бирҙе, оҫта ҡуллы ағинәйҙәр.
"Ҡорама" китабының авторы Фәриха Вәлиуллина ла үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
Ҡала тарихи крайҙы ѳйрәнеү музейы хеҙмәткәре Зилә Абзалова һатып алынған тѳҫлѳ йѳндән, һарыҡ йѳнѳнән кейеҙ баҫыу, кейеҙгә тѳрлѳ биҙәктәр тѳшѳрѳү тураһында мәғлүмәт бирҙе. Йѳндән үҙең теләгән сәскәләр баҫыу, муйынсаҡтар, шарф, бейәләй, берет, сумка, быйма башы, тәпешкә, жилет һәм башҡа бик күп әйберҙәр баҫырға мѳмкинлеген һѳйләне, эшләү серҙәрен аңлатты. Уның йѳндән үҙе эшләгән әйберҙәрен барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Сара Баймѳхәмәтова ла үҙ эштәре тураһында һѳйләп үтте. Ул ҡорама әйберҙәрҙән тыш ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен дә тегә. Түшелдеректәр, матур сәскәләр эшләй. Әзекәй ағинәйҙәре уның оҫталығы тураһында йылы һүҙҙәр әйттеләр.
Гѳлгѳнә Мѳлѳкованың эше лә иғтибарға лайыҡлы, ѳсмѳйѳшләп, дүрткел генә итеп киҫелгән туҡымаларҙан матур биҙәктәр, бик тигеҙ, оҫта итеп итеп тегелгән. Ваҡ эш булһа ла, тегергә бер тотонһаң, айырылып китеп булмай, шул тиклем үҙенә йәлеп итә, тип йылмая ул.
Рәлиә Таһирова Әзекәй ауылына 1977 йылда Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан килен булып тѳшкән. Рәлиә Ғафур ҡыҙына әсәһе бирнәгә тип юрған баҫып, ҡорамалап тышлап бирә.
Сарала ҡатнашыусылар Рәми Ғариповтың "Аманат" ҡобайырынан ѳҙѳк уҡып ишеттерҙеләр, ҡорамаға арналған шиғырҙар ҙа уҡылды, тырышлыҡ, оҫталыҡ тураһындағы мәҡәлдәр әйтелде был кисәлә. Сәғиҙә Мѳлѳкова башҡарыуындағы йыр, ағинәйҙәрҙең таҡмаҡтары, йырҙары, шиғырҙары, Мәүлит Таипововтың ѳҙҙѳрѳп баянда уйнауы кисәне музыкаль яҡтан биҙәне.