Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 15:07

«Дуҫлыҡ гөлләмәһе» яңы исемдәр асты

Иҙел башында Башҡортостандың мәҙәни тормошондағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе - «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале үтте.

«Дуҫлыҡ гөлләмәһе» яңы исемдәр асты
«Дуҫлыҡ гөлләмәһе» яңы исемдәр асты

Фестиваль күп милләтле башҡорт ерендә халыҡ ижадын күтәреү, үҙешмәкәр сәнғәтте, һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын үҫтереү маҡсатында өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Быйыл "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" фестивале тәүге тапҡыр онлайнформатта ла үтте. 2022 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән "Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы" тип иғлан ителгәйне. "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" республика фестивале һәм маҡсатлы йыл сиктәрендә, район ҡаланың "халыҡ" һәм "өлгөлө" исемен йөрөткән һәм артабан яулаясаҡ үҙешмәкәр художестволы коллективтары ҡатнашып, ҙур булмаған концерт программаһын жюри ағзаларына тәҡдим итте. Уларҙың сығыштарын аттестация комиссияһы - Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Эльвира Әхмәтйәнова, Кәримә Кайдалова, Наталья Кондакова, Әлиә Әмәкәсова һәм Өфө сәнғәт училищеһы преподавателе Дамир Әбүбәкиров баһаланы. Коллективҡа баһа биргәндә яңы постановкаларҙың булыуы, башҡарыу кимәле, сәхнә мәҙәниәте, музыка сифаты, костюмдар һәм коллективтың ижади эшмәкәрлегенең тотороҡлоғо иҫәпкә алынды. Һәүәҫкәр үҙешмәкәрлек ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ коллективтарының художество кимәлен арттырыу, күп милләтле Башҡортостандың халыҡ ижадының, этник мәҙәниәтенең барлыҡ жанрҙарын үҫтереү "Дуҫлыҡ гөлләмәһе"нең төп маҡсаттары булып тора.

Ижади марафонда район-ҡаланың "халыҡ" һәм "өлгөлө" ижади коллективтары исемен йөрөткән 28 ансамбль сығыш яһаны. Ломовканың "Ломовочка" халыҡ фольклор коллективы, "Колечко" өлгөлө фольклор коллективы (Ангелина Чернова), Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының "Гөлнәзирә" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле (Сәғирә Ғәлиуллина), Район мәҙәниәт йортоноң "Тайран" һәм "Тау шишмәһе" (Дилара Сәлихова), "Россияночка" халыҡ вокал ансамблдәре (Рәмилә Нәҙербаева), Ҡаһарман ауыл мәҙәниәт йортоноң "Әхирәттәр" халыҡ фольклор ансамбле (Хәлит Нафиҡов), Ҡағы ауыл мәҙәниәт йортоноң "Дубравушка" рус халыҡ фольклор ансамбле (Наталья Андриянова), Асы мәҙәниәт йортоноң "Еңгәләр" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле (Йәмилә Сәлимйәнова), Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының "Хәтирә" халыҡ фольклор ансамбле, Үрге Әүжәндең "Авзянские вечорки" рус халыҡ фольклор коллективы (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Владимир Серегин), Үткәл мәҙәниәт йортоноң "Үткәл" халыҡ фольклор-инструменталь ансамбле (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Шәғәлин), ҡала балалар музыка мәктәбенең өлгөлө хоры (Елена Папшева) күп йылдар дауамында лайыҡлы йөрөткән юғары исемдәрен яҡланы.

Башҡортостандың мәҙәни тормошондағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе һаналған был сара, һәләтле яңы исемдәрҙе асты. Юғары исемдәрҙе йөрөткән ижади коллективҡа тағы ла 7-әү өҫтәлде. Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубының "Иҙел" ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Дамир Хәсәнов), Инйәр Район мәҙәниәт йортоноң "Инйәр" халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Хәбир Мортазин), Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубының Валерий Чернов исемендәге "Раздолье" казак йырҙары ансамбле (Ангелина Чернова), Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының "Елмерҙәк" этно-рок төркөмө (Илгиз Сәғәҙәтов), балалар музыка мәктәптәре араһынан "Инеш" ҡурайсылар ансамбле (Радмир Әхтәмов) хәҙер "халыҡ", "өлгөлө" исемдәрен йөрөтәсәк.

Район мәҙәниәт йортона ҡараған мәҙәниәт усаҡтары менән берлектә, ҡала Мәҙәниәт һарайының вокал, бейеү, хор, фольклор коллективтары ла һынау тотто һәм исемдәрен тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

Мәҙәниәт һарайында район-ҡала оҫталарының ҡул эштәренән торған күргәҙмә лә эшләне, оҫталыҡ дәрестәре лә үтте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: