Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 17:41

Ҡар һыуҙары ергә һеңеп, үләндәрҙе йәшәртер

Ошо кѳндәрҙә Ғәли Хәмзин исемендәге Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортонда ауыл ағинәйҙәре, Наиль Хәмзин етәкселегендәге мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Ҡар һыуына барыу" йолаһын күрһәтте.

Йола байрамдары халҡымдың иң аҫыл ғөрөф-ғәҙәттәренең береһе. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалар, ғѳрѳф-ғәҙәттәр бер заман юғалып торҙо. Шул осорҙа халҡыбыҙҙың күпме матур йолалары онотолоп, юғалып ҡалды. Һуңғы йылдары боронғоно тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыу өҫтөндә эшләгән йәмәғәт ойошмалары араһында иң әүҙемдәре районыбыҙ ағинәйҙәрелер, тиһәм һис тә хата булмаҫ. Ошо кѳндәрҙә Ғәли Хәмзин исемендәге Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортонда ауыл ағинәйҙәре,  Наиль Хәмзин етәкселегендәге мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  "Ҡар һыуына барыу" йолаһын күрһәтте. 
Йола байрамына саҡырылған ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр күпереп бешкән бауырһаҡ, башҡорт халҡының милли эсемлеге буҙа менән ҡаршыланы. Ошо ерлектә генә сығарылған таҡмаҡ-йырҙар, бейеүҙәр, тәбрикләү һүҙҙәре йола күрергә килгәндәрҙең күңелен күтәрҙе, бер аҙға ғына тормош мәшәҡәттәренән арындырып, күңелдәрен үҫтерҙе. 
Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортоноң тырыш хеҙмәткәрҙәре, ауылдың йәме булған, барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡан  Зилә Мѳхәмәҙиева етәкселегендәге ағинәйҙәр  үҙҙәре ойошторған, күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәренән торған күргәҙмәне ҡарарға әйҙүкләне. 

- Ағинәйҙәрҙең күргәҙмә ҡорған һайын яңы эштәре барлыҡҡа килә, ҡасан ѳлгѳрәләрҙер инде,
тип һоҡланыуын белдерҙе, мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Резеда Абдуллина.

Ул инәй-апайҙарҙың  ҡул эштәре менән таныштырҙы, оҫта ҡуллы ағинәйҙәргә  матур эштәре ѳсѳн рәхмәт белдерҙе. 
Эйе, Әлфиә Дәүләтова, Байрамбикә Яҡупова, Зѳлхизә Таһирова, Клара Малыбаеваның ҡул эштәре һәр кемде һоҡландырырлыҡ. Күпме түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк был нәзәкәтле эштәрҙе башҡарыу ѳсѳн. Ѳләсәй-әсәйҙәрҙең һөнәрҙәрен һаҡлап ҡалыу, уларҙың нескәлектәрен йәш быуынға еткереү  буйынса  был эштәр матур ѳлгѳ, үрнәк булып тора.  Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә ойошторолоуы ла сараға йәм, күркәмлек ѳҫтәне. 
Күргәҙмәне ҡарағандан һуң тамашасыларҙы   сәхнәлә матур, бик фәһемле "Ҡар һыуына барыу" йолаһы кѳтә ине. Бер тѳҫтән генә  милли кейем кейгән ағинәйҙәр, тәңкәләрен, сулпыларын сыңлатып, йырҙар йырлап, сыңғырлатып кѳлгән йәш һәм кескәй ҡыҙҙар  сәхнәлә пәйҙә булды. Яурындарына матур кѳйәнтәләр һалған, кѳйәнтәләргә  семәрле биҙәкле биҙрәләр элгән ҡыҙҙар ҡар һыуына юлланды. Башҡорттар араһында киң  таралған йола тураһында ағинәйҙәр тамашасыларға әллә  күпме мәғлүмәт бирҙе. Халҡыбыҙҙың бик күп йолаларының  тәбиғәттә үтеүе тураһында ла һѳйләнеләр. Был иһә, тәбиғәтте һаҡларға, балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш  тәрбиәләргә кәрәклеге хаҡында һѳйләй. Йыр, таҡмаҡ, бейеү менән аралаштырылып алып барылған йола байрамының сценарийы бай һәм үҙенсәлекле булды. Әйтерһең дә был күренеш сәхнәлә түгел, ә ысын тормош һүрәтләнеше ине. 
"Ҡар һыуына барыу" йолаһы яҙын ҡарҙар иреп, гѳрләүектәр сылтырап аға  башлаған мәлдә үткәрелгән. Ауылдан йыраҡ булмаған, иң таҙа тип иҫәпләнгән ерҙән генә алғандар ҡар һыуын. Барлыҡ ауыл халҡы тәмле һыуҙан ауыҙ итергә тырышҡан,  ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Һыуҙы алған ваҡытта изге теләктәр теләнгән, ҡар һыуына арнап әйтелгән мәҡәлдәр, таҡмаҡтар әйтелгән, йырҙар башҡарылған. 
"Ҡар һыуына барыу" йолаһын Әлфиә Дәүләтова, Зәлифә Фазлетдинова, Гѳлшат Абдуллина, Айгѳл Мѳхәмәтшина, Алик Юлышев һәм ағинәйҙәр башҡарыуындағы йырҙар, бейеүҙәр, "Наза" фольклор ансамбленең сағыу сығышы биҙәне. 
Йола байрамында "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы, Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы Нажия Динислам ҡыҙы, район-ҡала Ағинәйҙәре етәксеһе  Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы ағинәйҙәргә матур теләктәр теләп рәхмәт әйттеләр, уларҙың әүҙемлегенә һоҡландылар.
Йола күрһәтеү байрамына килгән Әзекәй ауылы ағинәйҙәре  үҙ сиратында "Ҡорама ҡорау йолаһы"н алып килгән. Улар ҙа ихлас күңелдән ошо йола буйынса сығыш яһанылар, оҫталыҡ дәресе бирҙеләр. Шулай уҡ Әзекәй уңғандары изолон, фоамирандан сәскәләр эшләү буйынса ла оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. 
 Байрам һуңында аят уҡылды, ағинәйҙәр тарафынан илебеҙ тыныслығы ѳсѳн хәйер таратылды, сүрәләр тыңланды, салауат әйтелде. Ҡоҙғон-Әхмәр ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл артында ҡар һыуынан ҡойолған самауыр түргә ҡуйылды. Артабан һѳйләшеү, фекер алышыу аштан һуң сәй табынында дауам итте. 
Халҡыбыҙҙың күп йолалары араһында "Ҡар һыуына барыу" йолаһы ла лайыҡлы урын алған һәм онотолоп барған ерҙән тергеҙелеп, үҫеп килгән йәш быуынға ҡалдырыла. Улар үҙ сиратында был матур йоланы дауам итер тип ышанғы килә.  

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: