-1 °С
Болотло
Магнитогорск Ғилми-тикшеренеү институтының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһы һәм ҡаланың Үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған сараның маҡсаты булып, Урал һәм Себер халыҡтарының традицион костюмдары менән танышыу, уларҙы өйрәнеү, һаҡлау һәм ҡулланыу йәһәтенән проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыу торҙо. Оффлайн һәм онлайн рәүештә барған семинарҙа фольклорсылар, этнографтар, сәнғәт, мәҙәниәт белгестәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, тарихты, крайҙы өйрәнеүселәр һәм башҡалар ҡатнашты.