Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2022, 21:07

Традицияларға - яңы һулыш

Бөгөн Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында “Аҡтамыр” халыҡ клубының 10 йыллыҡ юбилейына арналған “Кейеҙ манирҙары” исемле матур байрам сараһы уҙҙы.

Традицияларға - яңы һулыш
Традицияларға - яңы һулыш

 

Белорет, Бөрйән районының алтын ҡуллы, маһир ҡатын-ҡыҙҙарын бер урынға йыйған сарала “Традицияларға - яңы һулыш” күргәҙмәһе, оҫталыҡ һабаҡтары ойошторолдо. Кейеҙҙән баҫылған һәм ҡорамала ҡоралған кейем өлгөләре дефилеһы, бай йөкмәткеле концерт, тәбрик һүҙҙәре, йәнле аралашыуҙар менән үрелеп барған байрам күңелде матур тәьҫораттар менән байытты.

Сара тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.   

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: