Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Май 2022, 16:34

Сәхнәгә ғашиҡтар - "Алтын тирмә"лә

11-15 майҙа Иҙел башында “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙарҙың фестивале старт алды.

Сәхнәгә ғашиҡтар - "Алтын тирмә"лә
Сәхнәгә ғашиҡтар - "Алтын тирмә"лә

Өс йылға бер ойошторолған сара иң яҡшы театр коллективтарын, уңышлы спектаклдәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Фестивалдең Белорет ерендә үтеү хоҡуғы, ҡаланың “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры гран-при яулағандан һуң, бирелгәйне. Мәҙәни сарала Башҡортостандың ғына түгел, Татарстан һәм Удмурт Республикалары, Ҡурған өлкәһе театр һөйөүселәре ҡатнаша.

Кисә ҡала Мәҙәниәт һарайы майҙанында фестивалде асыу тантанаһы үтте. Ҡунаҡтар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығы сығыш яһап, барыһына ла уңыштар, еңеүҙәр теләне. Фестивалдең тәүге көнөндә Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары һәм Баймаҡ ҡалаһы театр коллективтары спектаклдәрен күрһәтте.

Мәскәү ҡалаһынан режиссер, театр һәм кино актеры, драматург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Татьяна Уфимцева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының кафедра мөдире Таңсулпан Бабичева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов,, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының художество етәксеһе, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр перемияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев, Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Тәнзилә Ҡалмырҙина фестивалдә ҡатнашыусыларҙы баһалаясаҡ.

Фестиваль матур тамаша, "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театрының "Башҡорт туйы" спектакле менән тамамланасаҡ.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: