Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Май 2022, 12:29

Һау бул, “Алтын тирмә-2022”

Иҙел башында «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале тамамланды.

Һау бул, “Алтын тирмә-2022”
Һау бул, “Алтын тирмә-2022”

Фестивалдә 18 ижади коллектив ҡатнашты. 62 режиссер театр сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды.

Фестивалде ябыу тантанаһында Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева һәм Белорет ҡалаһы башлығы Кирилл Егупов ҡатнашты.

2018 йыл еңеүсеһе – ҡаланың «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһын күрһәткәндән һуң, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Әйткәндәй, жюри рәйесе, театр һәм кино актеры, драматург, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Мәскәү ҡунағы Татьяна Уфимцева ла «Ирәмәл»дәргә юғары баһа ҡуйҙы. «Шәп спектакль. Телде аңламаһам да, драманы ҡарап барыһын да аңларға мөмкин ине. Күңелдәрен, оҫталыҡтарын һалып ролдәрен башҡарған һәүәҫкәрҙәргә рәхмәт. Тимәк, театрҙың гран-при яулауы лайыҡлы», - тине Татьяна Игоревна.

«Алтын тирмә-2022» төбәк-ара милли театрҙар фестиваленең гран-при хужалары – Октябрьский ҡалаһының рус халыҡ театры (режиссеры – Жанна Юшко). Улар жюри, тамашасы хөкөмөнә Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә яланы» («Материнское поле») драмаһын сығарҙы.

I дәрәжә лауреаты – Балтас районының “Балҡыш” татар халыҡ театры. В.Шекспирҙың “Король Лир” спектакле менән еңеү яуланылар.

Мөдәрис Багаевтың “Ауаз бирә сал тарих” тарихи драмаһы менән Ишембайҙың С.Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры II дәрәжә лауреаты булды. III урынды ике коллектив бүлеште: Өфө районының “Позитив” Михайловка халыҡ һәм Татарстандың Аҡтаныш районы Киров халыҡ театрҙары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: