Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2022, 11:38

Йондоҙҙар йәнә ҡабынды

Кисә, 26 майҙа, ҡаланың Мәҙәниәт һарайында хорҙар һәм вокаль ансамблдәренең “Иҙел башы йондоҙҙары” Х төбәк-ара фестивален асыу тантанаһы үтте.

Йондоҙҙар йәнә ҡабынды
Йондоҙҙар йәнә ҡабынды

Быйылғы юбилейлы фестиваль Башҡортостанда - Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары, Рәсәйҙә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналды.

Тамашасыны сәхнәнән республиканың төрлө ҡала-райондарынан, Силәбе өлкәһенән йыйылған фестивалдә ҡатнашыусылар – хор һәм вокаль ансамблдәре сәләмләне. Фестивалдә барлығы 41 ижади коллектив, шуларҙың 17-һе Иҙел башынан, ҡатнаша.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, жюри рәйесе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының музыкаль етәксеһе, баш хормейстеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Алексеев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокаль-хор жанры буйынса белгесе Наталья Кондакова тамашасы, конкурстанттар алдында ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны.

Бөгөн конкурс тыңлауҙар ҡала Мәҙәниәт һарайында үтә, иртәгә фестивалде ябыу һәм бүләкләү тантанаһы иртәгә була.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: