Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июнь 2022, 11:37

Сәхнә күренеше төшөрөлдө, тәрилкә ватылды

Абҙаҡ эргәһендәге Ҡолсоғаҙы ҡаяһында “Рәсәй 1” телерадиокомпанияһы заказы буйынса “Бәхет тау артында түгел” тип исемләнгән сериалы төшөрөлә башланы.

Сәхнә күренеше төшөрөлдө, тәрилкә ватылды
Сәхнә күренеше төшөрөлдө, тәрилкә ватылды

Традиция буйынса беренсе уңышлы дублдән һәм төшөрөлгөн сәхнә күренешенән һуң, режиссер сериал исеме яҙылған тәрилкәне камера штативына һуғып яра.

Фильмдың жанры -  детектив, экшн, драма. Сюжет буйынса Крупновтар ғаиләһенең “Бейеклек” туристик базаһында ҡаяға үрмәләү буйынса ярыш үтә. Спорт форумы ғаиләнең матди проблемаларын хәл итергә тейеш була, әммә оҙаҡ йылдар йәшереп киленгән ғаилә сере быға хәүеф менән янай.

Сериалда Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер, Алена Коломина, Анна Котова-Дерябина, Анна Якунина, Дарья Повереннова, Валентин Смирнитский, Мария Әхмәтйәнова, Игорь Огурцов, Роман Богданов кеүек билдәле актерҙар ҡатнаша.

Хозур Белорет тәбиғәте ҡосағында төшөрөлгән фильм һис шикһеҙ уңышлы буласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: